Башҡортостан уҡытыусыһы
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Декабрь 2020, 14:19
Стәрлетамаҡта яңы инфекция госпитале тәүге пациенттарҙы ҡабул итте
Яйлап клиникаға яңы пациенттар килтерелә башлай
Дүшәмбе, 21 декабрҙә, Стәрлетамаҡ ҡалаһында яңы клиник-диагностика инфекция үҙәге тәүге 12 пациентты ҡабул итте.
Сменала ете табип, 38 шәфҡәт туташы, ике санитарка эш башланы. Штатты яңы хеҙмәткәрҙәр менән тулыландырыу дауам итә.
Яйлап клиникаға яңы пациенттар килтерелә башлай.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яңы инфекция үҙәгендә «йоғошло ауырыуҙар», «терапия», «эске сирҙәр», «хирургия», «акушерлыҡ-гинекология» йүнәлештәре буйынса өлкәндәргә һәм балаларға медицина ярҙамы күрһәтеү ҡаралған. Диагностика бүлексәһе, лаборатория һәм бактериология лабораторияһы, дарыухана, дезинфекция бүлексәһе бар, улар ҙа ошо көндәрҙә үҙ эшен башлай.
Ковид-госпиталь рекордлы ҡыҫҡа ваҡытта төҙөлдө. Бының өсөн Башҡортостан бюджетынан 2,19 миллиард һум бүленде, тип
хәбәр иткәйне
«Башинформ».
https://www.bashinform.ru/bash/1538089/
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?