Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ғинуар 2021, 20:01

Беҙҙең лауреаттар

Беҙҙең лауреаттар Муллағәлиева Ләйсән Ришат ҡыҙы, Борай районы Борай ауылының 2-се гимназияһы уҡытыусыһы: “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы күптән инде минең тоғро дуҫыма, өҫтәл китабыма (журналыма) әйләнде. Йыш ҡына кәрәкле материалдар эҙләп журнал менән эш итеп ултырыу - минең өсөн ғәҙәти. Тап шуның өсөн дә уның һәр яңы номеры минең шкафымдың айырым бер кәштәһендә үҙ урынын ала бара.

Беҙҙең лауреаттар
Муллағәлиева Ләйсән Ришат ҡыҙы
Борай районы Борай ауылының 2-се гимназияһы уҡытыусыһы:
“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы күптән инде минең тоғро дуҫыма, өҫтәл әспабыма әйләнде. Йыш ҡына кәрәкле материалдар эҙләп журнал менән эш итеп ултырыу - минең өсөн ғәҙәти. Тап шуның өсөн дә уның һәр яңы номеры минең шкафымдың айырым бер кәштәһендә үҙ урынын ала бара.
Бына ошо алдынғы ҡарашлы журнал 100 йыллыҡ юбилейын тултырҙы. Бер быуаттан ашыу ғүмер! Был – баҫма өсөн иҫ киткес ҙур һан. Уның донъя күреүендә ни ҡәҙәр кеше хеҙмәте, тәжрибә, идея һәм уйҙар түгелгән тигән һүҙ. Мәғариф системаһындағы үҙгәрештәр, яңылыҡтар унда һәр саҡ сағылыш таба, актуаль мәсьәләләр яҡтыртыла, журнал уҡытыусыларҙы заманса технологиялар менән ҡоралландыра. Улар менән мин дә таныша барам. Йылдар дауамында хеҙмәттәшлек итеп, журналға үҙ өлөшөмдө индерә алыуыма бик шатмын. Йәш быуын, коллегаларым менән булған эш тәжрибәм, яңылыҡтарым менән уртаҡлашырға, бүлешергә ашығам.
Һөйөклө журналыма тағы ла йөҙәр йыллыҡ хеҙмәт юлы, яңы фекерҙәр, яңы авторҙар, ҡыҙыҡлы һәм ҡыйыу материалдар теләп ҡалам.
Читайте нас: