Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ғинуар 2021, 11:51

«Кейекбаев уҡыуҙары» һеҙҙе көтә!

«Кейекбаев уҡыуҙары» һеҙҙе көтә!Хөрмәтле дуҫтар, һеҙҙе Башҡорт дәүләт университеты, М. Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһының мәғариф бүлеге менән берлектә Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә һәм Жәлил Кейекбаевтың тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған «XIII Кейекбаев уҡыуҙары» исемле республика фәнни-ғәмәли конференцияһына саҡыра.

«Кейекбаев уҡыуҙары» һеҙҙе көтә!

Хөрмәтле дуҫтар, һеҙҙе Башҡорт дәүләт университеты, М. Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһының мәғариф бүлеге менән берлектә Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә һәм Жәлил Кейекбаевтың тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған «XIII Кейекбаев уҡыуҙары» исемле республика фәнни-ғәмәли конференцияһына саҡыра.
Әлеге бәйге дистанцион форматта үтәсәк. Фәнни-ғәмәли конференцияла V – XI синыф уҡыусылары, юғары һәм урта һөнәри белем биреү уҡыу йорттары студенттары, мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары, белем усаҡтары педагогтары ҡатнаша ала.
Тикшеренеү эштәре башҡорт, урыҫ, инглиз телдәрендә 8 февралгә тиклем ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәтте конференцияны ойошторған гимназияның сайтында http://гимназия3.рф/ «Кейекбаев уҡыуҙары – 2021» бүлегендә алырға мөмкин.
Читайте нас: