Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар 2021, 19:46

Уҡыған ил уңыр

Уҡыған ил уңырБашҡортостанда 2024 йылға тиклем һанлы һәм гуманитар тармаҡлы 813 балалар үҙәге булдырыласаҡ. Был хаҡта Республика Башлығы Радий Хәбиров парламентҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә хәбәр итте.

Уҡыған ил уңыр
Башҡортостанда 2024 йылға тиклем һанлы һәм гуманитар тармаҡлы 813 балалар үҙәге булдырыласаҡ. Был хаҡта Республика Башлығы Радий Хәбиров парламентҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә хәбәр итте.
Етәксе билдәләүенсә, әле әүҙем рәүештә 2020 йылда юғары һөҙөмтәләргә ирешеп 25 балалар баҡсалары төҙөлгән. Бынан тыш, ҡала һәм райондарҙа заманса йыһазландырылған "Үҫеш нөктәһе" гуманитар һәм һанлы үҙәктәр асылған. Был үҙәктәрҙә балалар һанлы технологиялар үҙләштерә, командала эшләргә өйрәнә, конкурс һәм олимпиадаларҙа ҡатнашырға әҙерләнә.
Уҡыусылар пандемия шарттарында, күп осраҡта дистанцион белем алыуға ҡарамаҫтан, берҙәм дәүләт имтихандарын 100 балға биреүселәр һаны артҡан. Улар уҙған уҡыу йылында 127 кеше булған.
2024 йылға хәтлем район үҙәктәрендә һәм ҡалаларҙа 25 метрлыҡ 16 бассейн төҙөләсәк. Унан тыш федераль кимәлдәге осош программаһына ярашлы «Мәктәптәрҙә спорт көрәше» проекты эшен башлаясаҡ.
Республика Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, Башҡортостан ғорурлыҡ менән "Йәш профессионалдар" Ворлдскиллс милли Чемпионатының эстафетаһын ҡабул итте. Ул был сараға әҙерлек сиктәрендә хөкүмәткә тәҡдим дә индерҙе. Чемпионатты республика юғары кимәлдә ҡаршы алырға тейеш.
Билдәле булыуынса, чемпионат быйыл республикала үтәсәк.
Читайте нас: