Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ғинуар 2021, 12:18

Урал батыр вариҫтары

Урал батыр вариҫтары Фатима Хәмид ҡыҙы Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында 1а класы уҡыусыларының «Урал батыр» һәм «Аҡбуҙат» командалары араһында «Урал батыр вариҫтары» исемле спорт ярышы үткәрелде.

Урал батыр вариҫтары


Фатима Хәмид ҡыҙы Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында 1а класы уҡыусыларының «Урал батыр» һәм «Аҡбуҙат» командалары араһында «Урал батыр вариҫтары» исемле спорт ярышы үткәрелде (класс етәксеһе Байымова Наилә Рәйес ҡыҙы). Ат сабышы, тоҡ бәрешеү, көршәк ватыу, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү, тоҡта һикереү кеүек уйындарҙа малайҙар үҙҙәренең көстәрен һынаны. Ҡыҙҙар үҙҙәренә оҡшаған команда өсөн көйөп, ҡатнашыусыларҙы дәртләндереп торҙолар.

Ярыш аҙағында йәмәғәт эшмәкәре Бикбаева Тәнзилә Яҡуп ҡыҙы уҡыусыларҙы «Урал батыр» эпосының тәрбиә ҡанундары менән таныштырып үтте. Тыуған илде, телебеҙҙе, яҡындарыбыҙҙы яратыу, хөрмәт итеү тәрбиә нигеҙе икәнен аңлатты. Ярышта ҡатнашыусы малайҙарға «Урал батыр» эпосының юлдары яҙылған значоктар һәм открыткалар таратты.
Читайте нас: