Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Февраль 2021, 13:44

"Аҫылташ" медиамәктәбе 2.0 һеҙҙе көтә!

"Аҫылташ" медиамәктәбе 2.0 һеҙҙе көтә!Февраль айында "Аҫылташ" медиамәктәбе 2.0 уҙғарыла. Быйыл - яңы формат һәм яңы маҡсаттар.

"Аҫылташ" медиамәктәбе 2.0 һеҙҙе көтә!


Февраль айында "Аҫылташ" медиамәктәбе 2.0 уҙғарыла. Быйыл - яңы формат һәм яңы маҡсаттар.


Медиамәктәпкә 10 уҡыусы йыялар, һәр аҙна һайын уларға SMM буйынса дәрестәр үткәрелә. Март айында улар кураторҙар менән бергә аныҡ проектты социаль селтәрҙәр аша алып барыу һәләтен күрһәтә. Иң әүҙем уҡыусыларҙы эшкә урынлаштырырға ярҙам итәсәктәр.


Медиамәктәптә ҡатнашыу шарттары:

- һылтанма аша гугл-форманы тултырырға: https://clck.ru/SxfsE

- 18 йәштән өлкән булырға;

- башҡорт телен юғары кимәлдә белергә.


Дәрестәр шишәмбе һәм кесе йома киске сәғәт 19:00 үткәрелә.


#Башфонд #АсылташРБ #Аҫылташ

Читайте нас: