Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2021, 16:40

Булмышы менән остаз

Ғафури районының Красноусол ауылында йәшәүсе Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Ғәлинур Зиннур улы Ҡалмырҙин күптән түгел үҙенең күркәм юбилейын билдәләне.

Ғафури районының Красноусол ауылында йәшәүсе Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Ғәлинур Зиннур улы Ҡалмырҙин күптән түгел үҙенең күркәм юбилейын билдәләне.

Ғафури районының Ҡауарҙы ауылында 1950 йылдың декабрь айында Назафат менән Зиннур Ҡалмырҙиндар ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә ул. Ҡалмырҙиндар – Ҡауарҙы ауылының абруйлы кешеләре. Зиннур Һәҙиәт улы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, III дәрәжә Дан, II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Уҡыуға әүәҫ, яҙыу-һыҙыуға маһир, һүрәт төшөрөргә, шахмат уйнарға яратҡан Зиннур ағайҙы Ҡауарҙы халҡы әле лә хөрмәтләп иҫкә ала. Барлыҡ ғүмерен киләсәк быуын тәрбиәләүгә бағышлаған РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы Назафат Хәлил ҡыҙын был төбәктә белмәгән кеше юҡтыр. Әйткәндәй, 2020 йылда Ҡауарҙы урта мәктәбенә Назафат Хәлил ҡыҙы Ғарипова исеме бирелде. Ул сығышы менән Оло Үтәш ауылынан булып, нәҫел ебе данлыҡлы Халиҡовтарға барып тоташа. Заманында ошо төбәктә халыҡҡа аң-белем таратып, мәғрифәтселек эше менән шөғөлләнгән, Оло Үтәштә үҙ иҫәбенә мәҙрәсә асыуға (ошо мәҙрәсәлә Мәжит Ғафури ҙа уҡый) өлгәшкән Хатип Халиҡовтың исеме халҡыбыҙ тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған. Халиҡовтарға Башҡортостан автономияһын яулашыуҙа әүҙем ҡатнашҡандары өсөн ҡанлы репрессия башлана. Уларҙың байтағы эҙәрлекләүҙән ҡасып, Урта Азия тарафтарына юлланырға, фамилияларын үҙгәртергә мәжбүр була. Назафат Хәлил ҡыҙының Ғарипова булып китеүе лә тап шунан. Бына ошондай ҡатмарлы яҙмышлы нәҫелде дауам иттереүсе лә ул Ғәлинур Зиннур улы.

Бәләкәйҙән сос, уҡыуға әүәҫ, физик яҡтан көслө булып үҫкән егет Ҡауарҙы урта мәктәбендә уҡыған йылдарында ла, спортта ла һынатмай, саңғы ярыштарында район кимәлендә призлы урындар яулай.

– Ҡауарҙы мәктәбендә физкультура дәресенән Рәйес ағай Фәйзуллин уҡытты һәм беҙгә спортҡа һөйөүҙе ул тәрбиәләне лә инде. Заманында Ҡауарҙы урта мәктәбенең спорт ҡаласығы республикала өлгөлө тип иҫәпләнде, саңғы ярышында районда ҡауарҙыларға тиңләшеүсе булмай торғайны, - ти Ғәлинур Зиннур улы.

Мәктәпте тамамлағандан һуң ул Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инә. Студент йылдарында ла спортты ташламай, саңғы, туризм буйынса секцияларға йөрөй. Еҙем йылғаһы буйлап сәйәхәт тә ойоштора.

Ҡулына диплом алған йәш белгесте Имәндәш урта мәктәбенә уҡытырға ебәрәләр. Йәштән яратышып йөрөгән күрше Һабай ауылы һылыуы Хәмиә Аҡкөбәкова менән өйләнешеп, ғаилә ҡоралар. Тормош иптәше Имәндәштә фельдшер булып эшләһә, Ғәлинур Зиннур улын мәктәпкә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Һигеҙ йыл эсендә Имәндәш мәктәбенең матди-техник базаһын нығытыуға, татыу, берҙәм коллектив туплауға күп көс һала. Һөҙөмтәлә уҡыу-уҡытыу эштәре, өлгөрөш сифаты яҡшыра, төрлө түңәрәктәр эшләй башлай. Мәктәпкә трактор һатып алалар, уҡыусыларҙы тракторсы һөнәренә уҡытыу ойошторола. Ана шулай хеҙмәт тәрбиәһе яйға һалына.

– Мәктәптең ике “ДТ-75”, ике “МТЗ” тракторы булды, уҡыу-уҡытыу эшенән бушаған арала техника менән колхозға ярҙам иттек. Баҫыу эштәре барышында мәктәп хеҙмәткәрҙәре алдынғылыҡты бирмәй. Ни тиһәң дә, сәғәтендә барып өйрәнгәс, производстволағы кеүек эшкә йөрөнөләр. Уҡыусыларҙы ла техникаға ылыҡтырып, эшкә өйрәтеп үҫтерҙек. Ауыл йәштәре лә уҡып трактор танытмаһы алды. Быныһы иң мөһиме булғандыр, - ти Ғәлинур Зиннур улы үткән йылдарҙы хәтерләп.

Ул эшләгән йылдарҙа Имәндәш урта мәктәбендә барлығы 400-ҙән ашыу бала уҡый. Шуларҙың 200-ләбе мәктәп яны интернатында тәрбиәләнә. Уларға урын хәстәрләү, бер нисә тапҡыр туҡландырыу мәшәҡәттәре йәш директор иңенә төшә. Булған ауырлыҡтарҙы еңеп сығыр һәләткә эйә Ғәлинур Ҡалмырҙин ойоштороу эштәрендә үҙен булдыҡлы итеп күрһәтеүгә өлгәшә. Мәктәптә үҙешмәкәр түңәрәктәр ойошторола, концерттар менән күрше ауылдарға ғына түгел, төпкөлдә ятҡан Толпарға тиклем барып етәләр. 1982 йылда СССР-ҙың 60 йыллығына бағышлап ойошторолған сморт-конкурста Имәндәш мәктәбе коллективының 23 номерынан 21-ен төбәк конкурсына һайлап алалар. Бөгөн күптәр быларҙы әкиәт һымаҡ ҡабул итеүҙәре мөмкин. Әммә был – ысынбарлыҡ.

Быларҙан тыш хужалыҡ эштәре менән дә ныҡлы шөғөлләнә директор. Табын ауылындағы мәктәптең бер бинаһын күсереп алып спорт залы, машина йөрөтөргә өйрәнеү бүлмәһе, Яңы Бурлы мәктәбенең бинаһын ашхана итеп төҙөп ҡуялар. Был эштәрҙең барыһы ла хужалыҡ ысулы менән башҡарыла. Ә бит ул ваҡытта мәктәп директорына аҙнаһына 12 сәғәт уҡытырға ла, уҡытыусыларҙың дәрестәрендә булырға ла, өлгөрөш кимәлен күтәрергә лә тура килә. Көндөҙгө сменанан тыш өлкәндәр өсөн киске уҡыуҙар ойошторола, пропагандист булараҡ та эш алып барырға тура килә. Ошо эштәре өсөн 1980 йылда Ғәлинур Зиннур улын Чехославакияға путевка менән бүләкләйҙәр.

Бер нисә йыл мәктәптә эшләгәндән һуң, Ғ.З. Ҡалмырҙин Мәләүез химия заводына эшкә күсә. Заводта яуаплы вазифа башҡара ул. 13 йылдан һуң үткәс, 1997 йылда, Ғафури районы хакимиәте башлығы Ғәлинур Ғәлин саҡырыуы буйынса районға мәғариф бүлеге начальнигы булып эшкә ҡайта. Коллектив менән тиҙ арала уртаҡ тел табып, ең һыҙғанып эшкә тотона. Тап шул осорҙа иҫке мәктәптәр урынына яңыларын һалдырыу буйынса республика программаһы ҡабул ителә. Ошо программаға ярашлы махсус комиссия төҙөлөп, райондарға сыға һәм төҙөлөшкә рөхсәт биреү-бирмәүҙе хәл итә. Шул осорҙа районда Красноусолдағы 1-се, Татар Һаҙ күле, Ҡурғашлы, Толпар, Ташбүкән, Яугилде мәктәптәре төҙөлөп, файҙаланыуға тапшырыла. Бөгөн уңышлы эшләп килгән “Имәнкәй” балалар ял һәм спорт-туристик лагеры ла тап Ғәлинур Зиннур улы эшләгән осорҙа тергеҙелә. Балалар ижады үҙәгенең эшләй башлауы ла уның тырышлығына бәйле. Ә мәктәптәрҙә спорттың үҫеше хаҡында айырым бер мәҡәлә яҙырлыҡ. Эйе, мәғариф бүлеген ул етәкләгән йылдарҙа спорттың милли көрәш, шахмат, өҫтәл теннисы, саңғы, еңел атлетика, волейбол, баскетбол кеүек төрҙәрендә Ғафури спортсылары республикала призлы урындарҙы яулайҙар. Райондың 9 мәктәбендә милли көрәш менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәр булдырыла, волейбол буйынса район йыйылма командаһына Мәләүездә формалар тектерелә. Һәр ярыш һайын спортсылар өсөн лагерҙарҙа әҙерлек ойошторола. Йәмле Еҙем йылғаһы буйындағы “Һаратыш” ял лагеры шулай барлыҡҡа килә.

Илем, халҡым, телем тип янып йәшәүселәрҙең һәм эшләүселәрҙең береһе ул. Мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Ғ.Ғ. Ғүмәров менән берлектә районда башҡорт телен уҡытыуға ҙур иғтибар бирелә, күрше райондар менән хеҙмәттәшлек итеү ойошторола. Тап уның башланғысы менән районда беренсе тапҡыр “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы ойошторолоуын да билдәләп үтергә кәрәк. Башҡорт теле уҡытыусыларынан Әнүәр Ғәзизов, Гөлсөм Монасипова (икеһе лә Красноусолдағы 3-сө мәктәп), Фәнүзә Заһиҙуллина (Сәйетбаба мәктәбе) республика конкурсында лауреат исемен яулауҙар. Бөгөнгө Н. Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының гимназия булып формалашыуында ла уның роле баһалап бөткөһөҙ. Ул мәғариф бүлеге начальнигы булып эшләй башлаған сағында башҡорт интернат-мәктәбенең беренсе уҡыу йылы (1996-1997) ғына була. Һуңғараҡ ул Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатының ул саҡтағы директоры Гәрәй Өмөтбаев менән Сәйетбаба һәм Ҡауарҙы урта мәктәптәрендә гимназия кластары асыуға өлгәшә, сығаралыш класс уҡыусыларын юғары уҡыу йорттарына әҙерләү буйынса ҙур эш алып барыла. Әйткәндәй, ул осорҙа Өфөлә, Стәрлетамаҡта белем алыусы студенттар менән район етәкселегенең осрашыуы матур бер йолаға әүерелә. Тап уның тырышлығы, ныҡышмаллылығы һөҙөмтәһендә Өфөлә йәшәүсе ғафуриҙарҙың “Табын” яҡташтар клубы менән район етәкселеге араһында ныҡлы бәйләнеш урынлаштырыла. Яҡташтарҙың районға ярҙамын ойоштороу уның иңенә төшә.

Ғәлинур Зиннур улы хаҡында һүҙ йөрөткәндә уның йәмәғәтселек эше хаҡында ла әйтергә кәрәк. Эйе, ул булмышы менән йәмәғәтсе лә. Әле Мәләүез ҡалаһында эшләп йөрөгән сағында уҡ ул дуҫы Сәйфулла Әмиров менән “Көнгәк” башҡорт халыҡ үҙәге ойоштороуға өлгәшә. Ғафуриға эшкә ҡайтҡас иһә, 1997 йылда уны район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлап ҡуялар. 14 йыл ошо йөктө тарта ул. Районда йәшәүсе башҡорттарҙың мәнфәғәтен ҡайғыртып ҡына ҡалмай, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарарҙарын үтәү йөҙөнән Ырымбур өлкәһенең Новосергеевка районында йәшәүсе милләттәштәребеҙ менән тығыҙ бәйләнеш урынлаштыра. Ырымбур башҡорттарын ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтеү йәки, милли көрәшкә булһынмы, барыһын да ойоштора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ошондай изге башланғыс һүнеп ҡалды.

Ғәлинур Зиннур улы тормош иптәше Хәмиә Әхмәҙиә ҡыҙы менән бер ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Ләйсән Өфөлә, Илнур Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. Ата-әсәһенә икеһе лә берәр ейән бүләк иткәндәр. Киләсәктә бүлә-бүләсәрҙәре лә ҡыуандырыр әле. «Минең бар уңыштарым нигеҙендә һөйөклө тормош иптәшемдең эскерһеҙ ярҙамы, башланғыстарҙы хуплауы ята, » - ти Ғәлинур ағай.

Ғәлинур Ҡалмырҙин мәғариф бүлегенән һуң оҙаҡ йылдар район хакимиәтендә яуаплы вазифалар атҡарҙы. Бында эшләгән йылдарында ла ул халҡым, илем, телем тип йәшәне һәм ул әле лә әүҙемлеген юғалтмай райондаштары мәнфәғәтендә ҡулынан килгәндең барыһын да эшләй.

- Уҡытыусылыҡ эше менән бер рәттән үҙ халҡыңды ихлас яратыу, иҫ китмәле ойоштороу һәләтенә эйә булыу ҡайҙан килә һеҙҙә? -тип һораным унан.

- Әсәйем, РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы Назафат Хәлил ҡыҙының 55 йәшендә шундай бер фекер яңғыратҡайным: мине яҡты донъяға килтергәндәре, яҡшы тәрбиә биргәндәре өсөн атай-әсәйемә, уҡыуға, белем алыуға этәргес биргәне өсөн класс етәксем һәм математика уҡытыусыһы Рим Әхтәри улы Насировҡа, миндә милли рух сатҡылары һалған өсөн мәктәбебеҙ директоры Камил Сиражетдиновҡа ҙур рәхмәтлемен, - ти Ғәлинур Зиннур улы.

Ошондай һоҡланғыс яҙмышлы кеше үҙенең 70 йәшен артылды. Райондың барлыҡ мәғариф хеҙмәткәрҙәре исеменән хөрмәтле ветераныбыҙҙы педагогтарҙың төп баҫмаһы булған “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы аша ихлас ҡотлайбыҙ, иҫәнлек-һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ.

Р.Ғ. СОЛТАНМОРАТОВ,

Ғафури районының мәғариф бүлеге начальнигы
Читайте нас: