Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Февраль 2021, 14:15

Мәһәҙей мәктәбендә – рух байрамы

Сәрүәр Ғәләүетдинов ижадына арналған ун көнлөк уҙҙы

Мәһәҙей мәктәбендә – рух байрамы
Бөрйән районы мәктәптәрендә халҡыбыҙҙың мәшһүр шағирҙары һәм яҙыусылары ижадын, тормошон өйрәнеүгә айырым иғтибар бирелә. Мәһәҙей урта мәктәбендә билдәле райондашыбыҙ, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының яҙыусылар, журналистар Союзы ағзаһы, күренекле шағир, тиҫтәнән ашыу китап авторы, Рәмзилә Хисаметдинова һәм Самат Ғәбиҙуллин әҙәби премиялары лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, райондың ”Баҙал” әҙәби-ижад берекмәһе етәксеһе, юбиляр Сәрүәр Әбүталип улы Ғәләүетдинов ижады менә һуғарылған башҡорт теле һәм әҙәбиәте ун көнлөгө үтте.
Был ун көнлөктө асып, Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы Сәйәхова инеш һүҙ әйтте һәм уҡыусылар, уҡытыусылар Р. Шәкүр һүҙҙәренә, М. Сәлимов көйөнә яҙылған “Башҡорт теле” йырын йырланы.
Ун көнлөк барышында Сәрүәр Әбүталип улы Ғәләүетдинов ижадын өйрәнеү, шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса матур саралар булып үтте. Уҡыусылар араһында шағирҙың ижадын яратыусыларҙың күп булыуы бик ҡыуаныслы ине. Үҙ ижадында тыуған ере, теле, халҡы темаһына киң урын биргән илһөйәр шағирҙың тормош юлына, китаптары, эшмәкәрлегенә арналған сағыу күргәҙмә һәр кемдең иғтибарын йәлеп итте. Гөлнәзирә Сәйәхова, Гөлдәриә Ишимова, Рәсилә Ғарифуллина, Розалия Мөхәмәтова, Мансур Хәсәнов, Динар Ғарифуллин. Вилнур Мөхәмәтов, Алмаз Хисаметдинов, Арслан Насыров, Илсур Дәүләтшин, Айҙар Маликов, башланғыс класс уҡыусылары шағир Сәрүәр Әбүталип улының “Семәрле беләҙек”, “Былбылдар һайрағанда” һәм башҡа китаптарын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡыйҙар.
Шағир С. Ғәләүетдинов ижады өйрәнеү барышында һүҙлектәр менән танышыу, мәктәп китапханаһына экскурсия ойоштороу, “Шиғри сылбыр” республика Интернет-флешмобында ҡатнашыу менән бер рәттән, Сәрүәр Ғәләүетдиновҡа арналған шиғриәт кисәһе ойошторолдо. Уҡыусылар шиғырҙарҙы тасуири һөйләп һоҡландырҙы.
Интернет селтәре аша шағир менән ун көн буйына бәйләнештә булдыҡ. Уҡыусылар Интернет аша шағирҙың тормош юлы, ижады, фотоһүрәттәре, ул йәшәгән ауыл менән танышты, презентациялар эшләне, проект эштәрен яҡланы. Тиҙәйткестәр конкурсы, йомаҡ ҡойош, билдәле композиторҙарҙың шағирҙың шиғырҙарына яҙған көй- моңдары менәң танышыу, шиғыр ятлаусылар конкурстары – барыһы ла бик матур ойошторолдо. Уҡыусылар үҙ эштәрендә шағирҙың ижады башланғыс класс уҡыусылары өсөн “Башҡорт теле”, “Әҙәби уҡыу” дәреслектәренә, 5-се кластың “Дидактик материал” китабына инеүе, мәктәп уҡыусылары өсөн уҡыу әсбабы авторы булыуы тураһында ла яҡтыртты.
Шағир ижадына ғашиҡ
Сәйҙә Сәйәхова күренекле Сәрүәр Ғәләүетдиновтың әҙәбиәттә тотҡан урыны, шиғриәте, ғөмүмән, тормошо хаҡында мауыҡтырғыс ваҡиғалар һөйләне.
Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ринат Һаҙый улы Абдуллин, уҡытыусы Баязит Ғәбдинур улы Сәйәхов сығыш яһап, шағир ижадын уҡыусыларға тағы ла нығыраҡ белергә ярҙам итте, уҡыусылар күңелендә китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу хисе уятты. Мәктәп етәксеһе Р. Насыров, уҡытыусылар Ғ. Тулыбаева, З. Хәсәнова, З. Ғарифуллина, Ғ. Ишимовтар артабанғы көндәрҙә лә тынғыһыҙ шағирыбыҙға ижад илһамы, яңы уңыштар теләне.
Сағыу сара йәш быуын, замандаштарыбыҙ өсөн бик фәһемле, һабаҡ бирерлек булды.
Сәрүәр Әбүталип улы Мәһәҙей мәктәбе уҡытыусылары, уҡыусылары менән һәр саҡ тығыҙ бәйләнештә. Юл айҡанлы инеп сыға, мәктәп китапханаһына үҙенең автографлы китаптарын бүләк итә ул. Киләсәктә шағирҙың тәрбиәүи ике, дүрт юллыҡ әйтем, ҡанатлы һүҙҙәренә таянып, “Сәрүәр Ғәләүетдинов әйтеше”н үткәрербеҙ, тип тә һөйләштек.
Рух шишмәһенә тулышҡан аҙналыҡтан уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа бик ҡәнәғәт ҡалдылар.
Сәйҙә СӘЙӘХОВА, Бөрйән районы, Байназар мәктәбе Мәһәҙей филиалы уҡытыусыһы, БР мәғариф алдынғыһы.
Читайте нас: