Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Февраль 2021, 16:08

Шамонин ауылында – Сәләмәтлек фестивале

Беҙ бергә! «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә Өфө районы Шамонин ауылында йомғаҡлау сараһы тап ошо һүҙҙәр аҫтында уҙғарылды.Шамонинды республикала иң төҙөк һәм матур ауылдарҙың береһе тип атайҙар. Ауыл тарихы 19 быуатҡа барып тоташа. Әммә әлеге сағыулығы «Үҙ йортом» Башҡортостан Республикаһында аҙ ҡатлы төҙөлөштө үҫтереү республика программаһы сиктәрендә генә асылды. Әле бында 3 мең ярымға яҡын кеше йәшәй.

Беҙ бергә! «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә Өфө районы Шамонин ауылында йомғаҡлау сараһы тап ошо һүҙҙәр аҫтында уҙғарылды.

Шамонинды республикала иң төҙөк һәм матур ауылдарҙың береһе тип атайҙар. Ауыл тарихы 19 быуатҡа барып тоташа. Әммә әлеге сағыулығы «Үҙ йортом» Башҡортостан Республикаһында аҙ ҡатлы төҙөлөштө үҫтереү республика программаһы сиктәрендә генә асылды. Әле бында 3 мең ярымға яҡын кеше йәшәй.

Өфө районының «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашҡан 38 ауылы араһынан Шамонин лайыҡлы рәүештә муниципаль этапта еңеүсе тип табылды. Бөгөн ауылға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Башҡарма комитет рәйесе Ғәлим Яҡупов, Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаров, Рус Юрмашы ауыл советы башлығы Артем Тимониндар килде.

Яңыраҡ Шамонинда бер ғаилә янғын арҡаһында өйһөҙ тороп ҡалды. Шамониндар ауылдаштарын ярҙамһыҙ ҡалдырманы. Ике балалы Ҡәҙермаевтарға һәр кем хәленән килгәнсе ярҙам ҡулы һуҙҙы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Башҡарма комитет рәйесе Ғәлим Яҡупов, Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаров та янғындан зыян күреүселәрҙең бөгөн хәлен белеште, бүләктәр тапшырҙы.

Ҡунаҡтар мәсеткә ла барҙы. Бында әле төҙөлөш тамамланмаған, мәсетте төҙөүҙә ауыл халҡы әүҙем ҡатнаша. Шамонин ауылы үҫә. 2010 йылда төҙөлгән мәктәптә 1200-ҙән ашыу бала уҡый, 2011 һәм 2015 йылдарҙа асылған «Ысыҡҡай» һәм «Аҡбуҙат» балалар баҡсаларында 600-ҙән ашыу бала йөрөй, 2014 йылдан бында табип амбулаторияһы эшләй.

Мәҙәниәт йорто тураһында бар ауыл халҡы хыяллана. Бында һәләтле кешеләр йәшәй. Шамониндар әүҙем тормош алып бара. Ауыл үҫә, үҫешә. Бөгөн йәш ғаилә -Гөлнара һәм Кирилл Сафроновтарҙы тәбрикләнеләр, ә алтын туйҙарын билдәләгән Гөлсирә һәм Рәфҡәт Иҙрисовтар уларға оло тормошҡа фатиха бирҙе.

Ауылдың активистары Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттары менән билдәләнде. «Ағинәйҙәр» ойошмаһы етәксеһе Рәйфә Вәлиева Ҡоролтайҙың «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы менән бүләкләнде.

Шамонин ағинәйҙәре «Шәл өмәһе» йолаһын күрһәтте. Бөгөнгө сара программаһы бай.

Ҡунаҡтар спорт көрәше өсөн йыһазландырылған залда грек-рим көрәше дәресен ҡараны, кейеҙ баҫыу түңәрәгендә шөғөлләнгән уҡыусы ҡыҙҙар оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Шамонин мәктәбе, «Ысыҡҡай» һәм «Аҡбуҙат» балалар баҡсалары коллективтары, ағинәйҙәр һәм йәш әсәләр ансамблдәре «Тыуған яғымда» тип исемләнгән күргәҙмә ойошторған. Бында милли аш-һыу, биҙәүестәр, көнкүреш әйберҙәре ҡуйылған.

Тиҙ шашка буйынса донъя чемпиондары Айнур Шәйбәков һәм Айгөл Иҙрисова уҡыусылар менән ярыш үткәрҙе.

Фестивалдең иң сағыу өлөшөнөң береһе- Роберт Хәмиҙуллин етәкселегендәге «Мәргән уҡсы» түңәрәгендә шөғөлләнгән малайҙар сығышы.

«Конкурста еңеүгә ынтылышыбыҙ ҙур», — ти шамониндар.

Мәғлүмәттәр ҡоролтай сайтынан алынды: https://kurultai.ru/ba/content/1966-v-ufimskom-rajone-proshel-festival-zdorovya/
Читайте нас в