Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2021, 17:54

Шаяндар һәм отҡорҙар

2021 йылдың 19 февраленән 19 мартҡаса «Шаяниум» тапҡырҙар һәм отҡорҙар уйының XIX осрашыуы үтәсәк. Ул Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арналасаҡ.

2021 йылдың 19 февраленән 19 мартҡаса «Шаяниум» тапҡырҙар һәм отҡорҙар уйының XIX осрашыуы үтәсәк. Ул Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арналасаҡ.

Сараның маҡсаты – уҡыусылар араһында КВН хәрәкәтен күтәреү, уҡыусыларҙы милли, мәҙәни һәм йәмәғәт эштәренә ылыҡтырыу. Конкурс «Хәрәкәттә – бәрәкәт» темаһы буйынса ойошторола. Командалар «Сәләмләү»ҙә халыҡтың сәләмәтлеген нығытыу һәм һаҡлау, физик әүҙемлекте, туризмды үҫтереүҙе дәртләндереү, әүҙем ял итеү рәүешенә булышлыҡ итеү темаларын асып һаласаҡ. Ә «Вайндар конкурсы»нда Башҡорт тарихы йылына бағышланған ҡыҫҡа метражлы роликтар күрһәтеләсәк.

«Шаяниум – 2021» тапҡырҙар һәм отҡорҙар уйыны финалы 19 мартҡа тәғәйенләнгән. Ҡала мәҙәни-ял итеү үҙәгендә еңеүселәр һәм призёрҙар тәбрикләнәсәк.
Читайте нас: