Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2021, 16:46

Юбилей журнала

Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2020 йылдың 23 мартындағы ««Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының 100 йыллығына арналған сараға әҙерләнеү һәм үткәреү» тураһындағы Указына ярашлы 2021 йылдың 26 февралендә Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтының тамаша залында юбилей тантанаһы үтә. Во исполнения Указа Главы Республики Башкортостан от 23 марта 2020 года «О подготовке и проведении мероприятий, посвященных 100-летию журнала «Башҡортостан уҡытыусыhы» («Учитель Башкортостана»)», 26 февраля 2021 года в актовом зале Института развития образования РБ проводится юбилейные мероприятия.

Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2020 йылдың 23 мартындағы ««Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының 100 йыллығына арналған сараға әҙерләнеү һәм үткәреү» тураһындағы Указына ярашлы 2021 йылдың 26 февралендә Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтының тамаша залында юбилей тантанаһы үтә.

Байрамға дәүләт һәм йәмәғәт ойошмалары хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, тәрбиәселәр һәм мәғариф ветерандары саҡырыла. Ҙур популярлыҡ яулаған баҫма уҡытыусыларҙың, тәрбиәселәрҙең, ғилми хеҙмәткәрҙәрҙең, аспиранттарҙың һәм докторанттарҙың беренсе ярҙамсыһы булып тора. «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы республикабыҙҙа иң ҙур тираж менән тарала, уның материалдары ике дәүләт телдәрендә, туған һәм сит телдәрҙә нәшер ителә. Баҫманың эшендә төп йүнәлеш булып уҡытыусыларҙың һәм тәрбиәселәрҙең эшмәкәрлеге баһаһын, һөнәри оҫталығын күтәреү тора. «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы дәүләт программаларын, белем биреүҙәге яңы федераль стандарттарҙы тормошҡа ашырыу, мәктәпкәсә, дөйөм, һөнәри, юғары һәм өҫтәлмә белем биреү системаларын модернизациялау өҫтөндә даими эшләй һәм әленән-әле ҡатмарлыраҡ талаптарҙы уңышлы тормошҡа ашыра.

Во исполнения Указа Главы Республики Башкортостан от 23 марта 2020 года «О подготовке и проведении мероприятий, посвященных 100-летию журнала «Башҡортостан уҡытыусыhы» («Учитель Башкортостана»)», 26 февраля 2021 года в актовом зале Института развития образования РБ проводится юбилейные мероприятия.

На торжественное мероприятие приглашены государственные и общественные деятели, учителя, воспитатели, преподаватели и ветераны образования. Издание пользуется большой популярностью среди учителей и преподавателей образовательных организаций, воспитателей, научных сотрудников, аспирантов и докторантов. Педагогический журнал «Башҡортостан уҡытыусыһы» («Учитель Башкортостана») является самым читаемым изданием в республике, материалы печатаются на родных, государственных и иностранных языках. Особое внимание уделяется повышению эффективности труда педагогических работников и созданию условий для работы, мероприятиям, посвященным сфере образования и воспитания. Благодаря этому журнал остается одним из самых авторитетных в регионе и для педагогов поистине является настольной книгой.

Читайте нас: