Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Март 2021, 13:12

Сәскәләр

Ҡыуанып киткән Рәйсә – Күҙҙәренән нур сәсә, «Ҡыш бабай, – ти, – яһағанТәҙрәбеҙгә ҡар-сәскә». ...

Сафуан Әлибай

Сәскәләр


Ҡыуанып киткән Рәйсә –

Күҙҙәренән нур сәсә,

«Ҡыш бабай, – ти, – яһаған

Тәҙрәбеҙгә ҡар-сәскә».


Нәғимә лә, шатланып,

Сәскәһен таба һалды;

Нурланған гөлөн күреп,

Нурйыһан өнһөҙ ҡалды.


Үҙенә көлөп торған

Гөлөн күргән Айгөл дә;

Ләйсән сәбәкәй итә –

Бер ҙә тиккә түгел дә.


Һәр беренә Ҡыш бабай

Бүләк иткән ҡар-сәскә.

Әйтегеҙсе: тәҙрәлә

Нисә сәскә нур сәсә?



Читайте нас: