Салауат Кәримовҡа - Салауат Юлаев ордены!
Ошо көндәрҙә лайыҡлы хеҙмәте менән хөрмәт ҡаҙанған шәхестәрҙе Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.Ф. Хәбиров тәбрикләне. Республикабыҙҙың төрлө тармаҡтарында эшләгән 59 алдынғы хеҙмәткәргә ордендар, миҙалдар, Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Бүләкләнеүселәр араһында журналыбыҙҙың баш мөхәррире Салауат Ғайса улы Кәримов та бар. Ул республикабыҙҙың мәртәбәле һәм юғары наградаһына – Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды.
Баш мөхәрриребеҙҙең үткән юлына күҙ һалыр өсөн, журналыбыҙҙың яҡын дуҫы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Фәнзил Бүләк улы Санъяровтың «Ул изге ҡиммәттәргә тоғро ҡала» мәҡәләһенә күҙ һалайыҡ.
Ул балаларға хас ихласлығы, күңел киңлеге, барса кешегә иғтибарлы булыуы менән айырылып тора. Бер уйлаһаң, ундай булыу ҡәҙимге ҡиммәттәрҙең ҡәҙере бик үк һанланмаған, ығы-зығылы заманда еңел дә түгелдер, сөнки күптәребеҙ үҙ донъяһына бикләнеүҙе хуп күрә. Әммә, шағир әйтмешләй, «аяҡтары юлда, күңеле йырҙа» бәндәләр «заман башҡа – заң башҡа» тип тормай. Улар тәбиғәттән, ата-әсәнән һәм милләттән бирелгән изге ҡиммәттәргә тоғро ҡала. Һүҙем – педагог, журналист, яҙыусы Салауат Кәримов хаҡында.
Салауат Ғайса улы Кәримов 1960 йылда Ишембай районының Ғүмәр ауылында тыуған. Ул – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре (2003), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2021), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2014), Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы профессоры (2014), Ишембай районының почетлы гражданины (2020), Салауат Юлаев ордены Кавалеры (2021), «Мостай Кәрим» (2009), «Мәжит Ғафури» (2010), «В.А. Сухомлинскийҙың «Йөрәгемде бирәм балаларға»» (2013), «Ал да нур сәс халҡыңа» (2021) миҙалдарының хужаһы, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире.
Бәләкәй сағынан гел йылмайып йөрөгән алсаҡ Салауат башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғайса Көнәфиә улының ғаиләһендә ҡәҙерле бала булып үҫә. Ә шулай ҙа иҫ белә башлағаны бирле үҙенең кем исемен йөрөткәнен тойоп йәшәй ул. Байтаҡ ғүмер уҙғас, ир-уҙаман «Башҡортостан» гәзитенә ошолай тип интервью бирәсәк: «Салауат – бөгөн һәр башҡорт өсөн ҙур ғорурлыҡ, батырлыҡты аңлатҡан исем. Атай-әсәйемә ошондай оло мәғәнәле исем ҡушҡандары өсөн рәхмәтем сикһеҙ. Атайым тарихи шәхестәргә ҙур ихтирам менән ҡараған, оло улына – Юлай, уртансыһына Салауат тип исем ҡушҡан. Салауат исемен йөрөтөү ҙур яуаплылыҡ йөкмәтә. Уға лайыҡлы булырға тырышам, батыр рухына тап төшөрмәй йәшәргә тейешмен тип һанайым».
– Уҡытыусы улы булғанғамы, беҙ һәр йәһәттән башҡаларға өлгө булырға ынтылдыҡ. Шаярғы килгәндә лә үҙебеҙҙе тыя белдек, – тип хәтерләй уҡыусы сағын Салауат Кәримов. – Мәктәптә беҙ ҡатнашмаған бер сара ла булманы, өйөбөҙ тотош бер ижад йортон хәтерләтә ине. Күмәкләп гәзит-журналдар уҡыйбыҙ, китап сыҡһа, яңы әҫәр хаҡында бәхәс ҡорабыҙ. Мөһим ваҡиғалар булһа, улар хаҡында гәзиттәргә хәбәр яҙа һалабыҙ.
Шуныһы ҡыҙыҡ: мәктәптәге яуаплы эштәрҙең күбеһе миңә йөкмәтелде. Мин – комсомол ойошмаһы секретары, атайым ойошторған фототүңәрәк етәксеһе, бәләкәй класс уҡыусыларына кино күрһәтеүсе. Эш өҫтәлем – уҡытыусылар бүлмәһендә. Тәнәфес ваҡытында, әллә кемдәй, шунда үҙ эштәрем менән мәшғүлмен, яҙып-һыҙып ултырған булам...
Яуаплылыҡ – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ҡыйыу элемтәсе, дәһшәтле яуҙан күкрәгенә дүрт миҙал тағып ҡайтҡан Ғайса Көнәфиә улы Кәримовтың балалары, мәктәп уҡыусылары алдында ҡуйған иң оло талабы. Был тойғо, атай аманаты булып, Салауатты Петровский урта мәктәбендә уҡығанында ла, 1976 йылда Ишембай нефть техникумы студенты булып киткәс тә ташламай. Нефть техникумын тамамлаған егет Ауырғазы районында быраулау эштәрендә йөрөй, ә уйында – шиғриәт. Ишембай ҡала гәзите ойошторған конкурста йәш нефтсенең «Ишембай» шиғырының еңеү яулауы уға ҡанат өҫтәй.
– Техникумда уҡығанда театр менән мауығып киттем, – тип һөйләй Салауат. – Көндөҙ уҡыуҙамын, комсомол, йәмәғәт эшендәмен, ә кистәрен ҡала мәҙәниәт йортона йүгерәм. Төп ролдәрҙе лә башҡара инем, халыҡ алдында йырлай башлауым да шунан. Шул яғы файҙалы булды: Ишембай ҡалаһында барған бөтә мәҙәни сараларға барып йөрөнөм, «артислыҡ» ярҙам итте...
Буласаҡ журналист һәм яҙыусы өсөн былар үҙе бер рухиәт мәктәбе булған икән. Был осорҙа Салауат Кәрим әҙәби ижад менән шөғөлләнеүен дауам итә, унһыҙ йәненә тынғы юҡ. 1980–1982 йылдарҙа әрме хеҙмәтендә лә туҡтатмай яратҡан шөғөлөн. Курск ҡалаһында нәшер ителгән «Молодая гвардия» гәзитендә «военкор С. Кәримов» имзаһы менән байтаҡ хәбәр-һүрәтләмәһе хәрби элемтәселәр тормошон яҡтырта.
Әйҙәгеҙ, республикабыҙҙағы иң ҙур тиражлы журналдың бөгөнгө баш мөхәрриренең ижад һәм етәкселек юлын артабан барлайыҡ. Ә ул эҙмә-эҙлекле, алға йүнәлешле юл: «Ленинсы» республика йәштәр гәзитенең тәржемәсе-хәбәрсеһе; Күмертау ҡала һәм районының «Ильич юлы» гәзите мөхәррире урынбаҫары; «Башҡортостан пионеры» гәзите мөхәррире урынбаҫары; «Йәшлек», «Аҡбуҙат» баҫмаларының яуаплы секретары, баш мөхәррир урынбаҫары, «Башҡортостан» ДТРК-һының «3-сө канал» студияһы директоры урынбаҫары; Башҡортостан Мәғариф министрлығының дәреслектәр нәшер итеү бүлеге етәксеһе; 2007 йылдан бөгөнгә тиклем – «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире. Билдәле, Салауат Ғайса улы Кәримов урындан-урынға күбәләк кеүек осоп йөрөмәгән, ә, киреһенсә, йылдар үткән һайын, тәжрибә туплап, яңы баҫҡысҡа күтәрелә барған – был шәхес үҫешенең эҙмә-эҙлекле юлы.
2007 йылдың аҙағында «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналына баш мөхәррир итеп тәғәйенләнгәс, Салауат Кәримов, ғәҙәтенсә, был эшкә ең һыҙғанып тотондо. Журнал коллективының хеҙмәте шунда асыҡ күренә: «Башҡортостан уҡытыусыһы» – республикабыҙҙа һәр ваҡыт иң ҙур тираж менән нәшер ителгән ижтимағи-педагогик һәм фәнни-методик айлыҡ баҫма. Бөгөн китап-журнал уҡыу кәмей барған дәүерҙә баҫма 14 мең данаға яҡын тираж менән тарала. Был, беренсе сиратта, баш мөхәррирҙең шәхси яуаплылығы, фиҙакәр хеҙмәте, редакция эшен ойоштора белеү һәләте менән бәйле.
Бөгөн «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы коллективы 100 йыллыҡ юбилейын ҡаршы алды. Уңыштары һанап бөткөһөҙ абруйлы баҫманың. Ул күп телле (мәҡәләләр туғыҙ телдә баҫыла) һәм күләмле, ҙур тиражлы булыуы менән ошондай йүнәлешле баҫмалар араһында Рәсәйҙә танылыу яулаған. Баш мөхәррир баҫманың йөҙөн әленән-әле яңыртып тора. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа һәр һанында республика мәғарифына ҙур өлөш индергән педагогтар, мәғариф етәкселәренең портреттары тышлыҡта баҫыла, улар хаҡында йылы һүҙ әйтелә. Рубрикаларҙың яңырып тороуы ла баҫманы уҡымлы итә. Ҡыҫҡаһы, журнал заман менән бергә атлай. Ә уның баш мөхәррире ваҡыты-ваҡыты менән заманды ла уҙып китергә ынтылғандай.
Салауат Кәримовтың яҙыусы булараҡ һалған ижади һуҡмағына ла күҙ төшөрәйек әле. Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаева былай тип билдәләй: ««Аҡбуҙат» журналы яңы асылып ҡына торғанда, уны яуаплы секретарь итеп эшкә саҡырҙым. Баҫманы ойоштороу бик ауыр ваҡытҡа тура килде. Салауат «Аҡбуҙат» йәшәп китһен өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәне. Балалар өсөн ыҡсым, әммә тос йөкмәткеле хикәйәләр яҙа башланы. Ике ул тәрбиәләгән атай һүҙе бәләкәстәр әҙәбиәтенә бик кәрәк ине. Ошо йүнәлештә ул уңыштарға өлгәште лә инде. Яҙыусының «Урман аҡланында», «Йондоҙҡай», «Йырсы сыйырсыҡ» һәм «Мин уҡырға яратам» исемле китаптарын балалар ҡулдан төшөрмәй уҡый».
Салауат Кәрим ижады, бик күптәрҙеке кеүек, шиғриәттән башлана, ул бынамын тигән поэтик әҫәрҙәр ижад итте. Улар әҙиптең «Күңел йылыһы» исемле китабында донъя күрҙе.
Байтаҡ йылдар Салауат Кәрим тынғыһыҙ эше араһында балалар һәм үҫмерҙәр өсөн проза әҫәрҙәре ижад итә. Бар булмышы менән педагог, башҡорт рухиәтенә тоғро әҙип йәш быуынды тәрбиәләүгә етди ҡарай. Уның күп һанлы хикәйәләрендә лә, «Хәйҙәр» повесында ла үҙәккә хәҙерге ғаиләлә һәм йәмғиәттә тәрбиә мәсьәләләренә иғтибар етмәгән дәүерҙә кеше шәхесен формалаштырыу проблемаһы ҡуйыла.
«Хәйҙәр» повесында Салауат Кәрим бөгөнгө йәшәйештең көнүҙәк мәсьәләһенә әйләнгән үҫмерҙәр тормошон, уларҙың уйланыуҙарын һәм башҡарған эштәрен, уңыштарын һәм уңышһыҙлыҡтарын, өлкәндәр менән мөнәсәбәттәрен уҡымлы итеп һүрәтләй. Йәштәрҙең тормошҡа ҡарашын күрһәтергә ынтыла, уларға ярҙам итергә саҡыра, бөгөн ярҙам ҡулы һуҙмаһаҡ, иртәгә һуң буласаҡ икәнен иҫкәртә.
Салауат Кәримовтың эшмәкәрлеге күп яҡлы. Ул, журналист, яҙыусы булыу менән бер рәттән, билдәле педагог, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, өлгөлө ғаилә башлығы ла. Байтаҡ йылдар М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында башҡорт теле буйынса лекциялар уҡый, практик дәрестәр, яҙыусылар менән осрашыуҙар үткәрә, йөҙҙән ашыу ғилми мәҡәлә авторы. С. Кәримов башҡарған йәмәғәт эштәрен һанай башлаһаң, күптәр аптырап ҡалыр: бер кеше иңенә шул тиклем йөк һалыр икән! Эйе, ул – Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү, терминология комиссиялары, БР Мәғариф министрлығының коллегияһы, РФ, БР Мәғариф министрлыҡтарының уҡытыу-методика советы һәм башҡа комиссиялар ағзаһы. Бер үк ваҡытта Яҙыусылар союзының балалар әҙәбиәте секцияһы етәксеһе. Башҡортостандың халыҡ шағирҙары М. Кәрим, М. Ғафури фондтары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итергә лә ваҡыт таба. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙарының баш¬ҡорт теле һәм милли мәғариф комиссияһының эшендә оҙаҡ йылдар әүҙем эшләне. Байтаҡ йылдар Ғүмәр мәктәбе уҡыусыларына атаһы Ғайса Кәримов исемендәге премияны тапшыра килеүе – үҙе оло мәртәбә!
Ҡатыны Әлфиә ханым менән Азат һәм Урал исемле улдар тәрбиәләп, халҡыбыҙ, телебеҙ тип янған шәхестәр итеп үҫтереүе – йәнә рухи бөйөклөк өлгөһөлөр. Ике улы ла республикабыҙҙа яуаплы вазифалар башҡара. Бындай күркәм ғаиләлә ейән-ейәнсәрҙәр, ғәҙәттә, илһөйәр булып үҫә. Ошондай шәхестәребеҙ, күркәм ғаиләләребеҙ бар икән, тимәк, милләтебеҙҙең дә киләсәге яҡты. Ә Салауат ир-уҙаманға илаһи һуҡмағың бәрәкәтле, емешле, заманға һылтанып, үҙ һуҡмағыңдан һәм ҡиблаңдан яҙманың, шөкөр, ғәжәйеп бай ғүмер юлыңды артабан да ырамлы үтергә яҙһын, тип теләргә ҡала.