Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Март 2021, 11:14

БЕСӘЙ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР

Өйрәтһәм дә бесәйҙе, Үҙенекен туҡыны: “Аҡбай” тигән исемде“Мыяу” тиеп уҡыны.

БЕСӘЙ УҠЫЙ

Өйрәтһәм дә бесәйҙе,

Үҙенекен туҡыны:

“Аҡбай” тигән исемде

“Мыяу” тиеп уҡыны.
(Р.Әбүталипова)

БЕСӘЙ
Бесәй төшкән байлыҡҡа –

Сумған тәмле ҡаймаҡҡа.

Аҙағы нисек бөтөр,

Йырлаһа ла: “Мыр ҙа мыр!”


(А.Йәғәфәрова)



БЕСӘЙ


Эсеп ала ла һѳт, сәй,

Йоҡлай ҙа йоҡлай бесәй.

Ә сысҡан күреп ҡалған,

Ҡолағын тешләп алған.


(Ф.Туғыҙбаева)

БЕСӘЙ БЫЙМА ЭСЕНДӘ


Тышта буран ҡотора,

Сәйҙә илап ултыра:

- Бесәйем сығып киткән,

Аҙашып үлер микән?


Юҡҡа илаған Сәйҙә,

Хәйләкәр бит бесәй ҙә:

Шәп йылы оя тапҡан -

Быймаға инеп ятҡан!


(Р.Әбүталипова)



БЕСӘЙ БАЛАҺЫ


Бесәй балаһы ҡыҙыҡ,

Ята келәмдә ойоп.

Бәп-бәләкәй булһа ла,

Үҫкән бит уға мыйыҡ!


(Ҡ.Әлибаев)



БЕСӘЙ МЕНӘН СЫСҠАН


Бесәй сыҡҡан һунарға,

Ҡомаҡ, сысҡан ауларға.

“Хәҙер барып тотам, - ти, -

Һоғонам да йотам!” – ти.


Сысҡан мейес аҫтынан

Көлә мыйыҡ аҫтынан.

Уның яуабы зәһәр:

- Ин әйҙә, һыйһаң әгәр!


(Б.Байымов)



БЕСӘЙ


Бесәй, бесәй, бесәй шул,

Бесәй әле кескәй шул.

Үҙе мырлай ҙа мырлай,

Әллә ул шулай йырлай?


Килтерегеҙ сысҡан, ти,

Ҡайҙа һуң ул ҡасҡан, ти?

Килтерегеҙ хәҙер, ти,

Мин ашарға әҙер,ти!


(Ҡ.Даян)



БЕСӘЙ


Көндәр буйы йоҡлап ята

Ҡаймаҡ ялаған бесәй.

Бөгөн сысҡан тотҡан ине,

Маҡтаны уны әсәй.


(Р.Ниғмәтуллин)



БЕСӘЙ ҠЫҘЫН ЙОҠЛАТА


Бесәй ҡыҙы Мырбикә

Әллә бигерәк иркә?

Йырламаһаң, йоҡламай,

Йырлатмайса туҡтамай.


Мыр-мыр-мыр-мырым,

Мырбикәгә был йырым...

Кис етә, ҡояш бата,

Бесәй ҡыҙын йоҡлата.


(Г.Юнысова)
Читайте нас: