Теш щеткаһы һәм паста ниндәй булырға тейеш?
Теш щеткаһы менән паста, һис шикһеҙ, ҙур әһәмиәткә эйә. Щетканың ҡылдары ҡаҙналарға массаж яһау, теш арауыҡтарын таҙартыу өсөн төрлө оҙонлоҡтағы өс рәттән торорға тейеш. Төптә урынлашҡан аҙау тештәргә етһен өсөн щетка башының һығылмалы, тотҡаһының нәҙек һәм оҙон булыуы һәйбәт. Ҡаты ҡыллы щеткаларҙы һирәк ҡулланығыҙ. Йомшаҡ ҡыллылары ла пародонтит булғанда ғына ҡулай. Теште даими таҙартыу өсөн ҡылдары уртаса ҡатылыҡтағы булған щетка файҙаланығыҙ. Уны ике-өс айға бер тапҡыр алмаштырырға кәңәш ителә. Теште таҙартҡандан һуң, щетканы йыуып, мотлаҡ киптерергә кәрәк, дымлы щеткала бактериялар тиҙ үрсей.
Пасталар иһә дезинфекциялай, ауыҙҙағы насар еҫте бөтөрә, ултырмаларҙан һаҡлай. Иң отошлолары — фторлы профилактик пасталар. Улар теш эмален кальций менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итә. Әммә шуны хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: фтор күп миҡдарҙа сәләмәтлек өсөн хәүефле. Мәҫәлән, фтор 1500 мкг-нан ашыу тәшкил иткән пасталарҙы көн дә ҡулланырға ярамай. Ағарта торған пасталар ҡәһүә, сәй кеүек эсемлектәрҙән, ҡайһы бер аҙыҡ-түлектән, дарыуҙарҙан һуң ҡалған таптарҙы бөтөрә. Уларҙың составында кремнезим, пирофосфат, полимерҙар бар. Теште шулай уҡ клиникаларҙа махсус препараттар менән дә ағартырға мөмкин.
Дауалау маҡсатындағы пасталар ҙа күп. Улар арзан түгел, әммә һөҙөмтәле. Ундайҙарын табип менән кәңәшләшеп кенә ҡулланырға мөмкин.
Шуны хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: теште паста түгел, ә щетка таҙарта. Паста щеткаға ярҙам итеп, микробтарҙан, ауыҙҙағы насар еҫтән ҡотолдора.
Теште өс минут таҙартыу — төп ҡағиҙә. Көс һалып ышҡырға ярамай, эмалгә зыян килеүе ихтимал. Теш араларын, аҙау тештәрҙе ентекләп, ҡабаланмай таҙартығыҙ. Сабырлығы етмәгәндәр электр щеткаһы һатып ала ала. Ҡиммәт булһа ла, улар ябайҙарына ҡарағанда оҙағыраҡ хеҙмәт итә, һөҙөмтәһе лә яҡшыраҡ.
Өҫкө рәттәгеләрен өҫтән аҫҡа ҡарай, аҫҡыларын, киреһенсә, аҫтан өҫкә ҡарай “һепереп” таҙарталар. Теш араларын таҙартыу өсөн махсус ептәр — флостар — ҡулланылыуын да онотмағыҙ.
Өҫтәп шуны әйтергә кәрәк: теш табибына даими күренеп тороуҙы ҡағиҙә итеп алығыҙ. Белгестең файҙалы кәңәштәре һис тә зыян итмәҫ.