Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Март 2021, 14:55

Бөгөн Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында Мең ырыуы башҡорттары ҡор йыя

Мең — иң ҙур башҡорт ҡәбиләләренең береһе һәм туғыҙ ырыуға бүленә.

Бында меңлеләр тарихи тамырҙары менән таныштыра. Мең — иң ҙур башҡорт ҡәбиләләренең береһе һәм туғыҙ ырыуға бүленә. Ырыу вәкилдәре ата-бабалары тураһында бай мәғлүмәт туплап, шәжәрәләренән күргәҙмә әҙерләгән.

Фәнни-ғәмәли кәңәшмәнән һуң шәжәрә конкурсында еңеүселәр билдәләнәсәк.

Шәжәрә байрамында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы, «Мең ырыуҙары» йәмәғәт ойошмаһы Советы рәйесе Әхнәф Тимербулатов, филология фәндәре кандидаты, Башкорт дәүләт университеты доценты Искәндәр Сәйетбатталов, Миәкә районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Хәлил Маһиянов, күренекле йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша.


Читайте нас: