Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиаданың 2019 йылдан башлап уҡыусылар араһында үткәрелгән бөтә Рәсәй олимпиадалары һәм конкурстар исемлегенә индерелеүе уның мәртәбәһен бермә-бер күтәрҙе, сарала ҡатнашыусылар һанының йылдан-йыл арта барыуы ошо хаҡта һөйләй.
Ғәҙәттәгесә, ғинуар айында үткәрелгән телһөйәрҙәр ярышы быйыл, илдәге эпидемиологик хәлгә бәйле, онлайн-форматта ойошторолдо. Ул күп көс, етди әҙерлек талап итһә лә, ҡатнашыусыларҙы күбәйтергә булышлыҡ итте: былтыр 400-ләп бала булһа, быйыл сарала 734 уҡыусы үҙ-ара көс һынашты. Улар араһында Силәбе, Ҡурған, Һамар өлкәләренән, Пермь крайынан, Татарстан Республикаһынан 26 уҡыусы бар ине. Өс көн дауамында барған оло ярышты республиканың юғары уҡыу йорттары ғалимдары, милли мәғариф өлкәһендәге белгестәр һәм алдынғы уҡытыусыларҙан торған жюри баһаланы. Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге олимпиаданы үткәреү эшен юғары кимәлдә ойошторҙо.
Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Ә.З. Ғәлиева үҙ сығышында: «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса үткәрелгән 35-се олимпиада ла тарих битендә үҙ урынын алды. Уйланыуҙар, хафаланыу-борсолоуҙар, әҙерлек эштәре – барыһы ла артта ҡалды. Олимпиаданың матур юбилейын билдәләгән ваҡытта уны тәү башлап ойоштороусы абруйлы шәхестәребеҙҙең оло хеҙмәтенә, фиҙаҡәрлегенә һоҡланабыҙ. Беҙ бөгөн М.Б. Юлмөхәмәтов, М.Х. Иҙелбаев, Ғ.С. Ҡунафиндар башлап ебәргән изге эште дауам итеп, уның мәртәбәһен арттырыуға өлөш индерә алыуыбыҙға шатбыҙ», – тине.
Төбәк-ара онлайн-олимпиада 3 турҙан торҙо: уҡыусылар викторина һорауҙарына яуап бирҙе; аудиотекст тыңлап, унда бирелгән эштәрҙе башҡарҙы; ZOOM платформаһында диалог ҡорҙо һәм түңәрәк өҫтәлдә фекер алышты. Сәмле ижади ярышта уҡыусылар үҙ белемдәрен, һәләттәрен лайыҡлы иҫбатлай алды.
Жюри уҡыусыларҙың әҙерлек кимәле, эштәрҙә ебәрелгән типик хаталар тураһында олимпиадала ҡатнашыусылар өсөн ZOOM платформаһы фекер алышыу ойошторҙо, урынлы кәңәштәр бирҙе (Разбор и анализ выполненных олимпиадных заданий с участниками олимпиады. www.yotube.com). Башҡарылған эштәр буйынса жюри ағзаларының түбәндәге дөйөм фекерҙәренә иғтибар итәйек.
Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар, текст тыңланғандан һуң, үҙҙәренең уйлау-фекерләү ҡеүәһен, тормошҡа ҡарашын күрһәтеп, әңгәмәлә ҡатнашты. Дөйөм алғанда, матур фекер алышыу килеп сыҡты, уҡыусылар, күрһәтелгән ваҡыт эсендә артыҡ асылып китә алмаһа ла, үҙ уйҙарын әйтергә, өҫтәмәләр индерергә тырышты. Һорауҙар текстың йөкмәткеһен аңлауға, проблеманы «тотоп алыу»ға ҡоролғайны. Текстың идея- тематикаһын асыҡлау, жанрын билдәләү, һүрәтләү сараларын табыу, морфологик анализ аша балаларҙың әҙәби, лингвистик төшөнсәләрҙе, тел теорияһын белеүҙәре баһаланды. Түңәрәк өҫтәлдә матур фекерҙәр яңғыраны, бай телле уҡыусылар тулы, матур яуаптары менән ҡыуандырҙы. Шулай ҙа күп уҡыусылар үтә йомшаҡ яуап бирҙе, теманы аңлап етмәне, текстағы фекерҙе үҙ уйҙары менән бәйләп, үҫтереп ебәрә алманы, йөкмәтке эсендә генә өйөрөлдө йә, нимә булһа ла әйтеү маҡсатынан, бөтөнләй ситкә күсеп китте. Тормоштан миҫалдар, дәлилле фекерҙәр аҙыраҡ булды.
Тексҡа исем итеп мәҡәл-әйтемдәрҙе уңышлы ҡулланыусылар, фекерләү тәрәнлеген күрһәтеүселәр самалы ине, күп балалар исемде текст эсенән алды, шул уҡ ваҡытта тотош һөйләмде исем итеп ҡуйған, ниндәй идеяға ҡоролғанын асыҡлай алмаған уҡыусылар ҙа осраны.
Әҫәрҙең жанрын билдәләүҙә хаталар булһа ла, күбеһе дөрөҫ яҙа, шулай ҙа конкретлаштырыу етмәй. Уҡыусылар шиғри текстың үҙ формалары барлығын, әкиәттәрҙең төркөмдәргә бүленеүен белеп бөтмәй, уны драма, эпос тип яңылыш яҙыусылар ҙа бар. Мәҫәлән, «Ҡурай» әкиәтен бөтәһе лә әкиәт тип кенә билдәләй. Ниндәй төркөмгә ҡарауын иҫкә төшөрөп, конкретлаштырһалар, яуап тулыраҡ булыр ине. Шулай уҡ әҫәрҙең авторын белмәгәндәр ҙә күп.
Һүрәтләү сараларын билдәләгәндә уҡыусылар айырым, конкрет миҫалдар килтерергә ҡыйынһына, буталсыҡ итеп, барыһын бергә теҙеп яҙа. Был уҡыусының һүрәтләү сараларын белмәүен йә бутауын күрһәтә.
Синтаксик, морфологик, фонетик анализдар эшләгәндә уҡыусылар уның тәртибенә, эҙмә-эҙлеклелегенә иғтибар итмәй, нимә иҫенә төшә, шуны яҙа. Һөйләм киҫәктәрен билдәләгәндә хаталар күп китә, мәҫәлән, бер һөйләм киҫәге (хәбәр) булған “ҡанат ҡуя” һүҙбәйләнешен эйә һәм хәбәр итеп айырыусылар бар. Һөйләм төрҙәрен билдәләгәндә ябай һәм ҡушма һөйләмдәрҙе бутаусылар булды.
Диалог ҡороуҙа телмәр хаталарының осрауы, диалект һүҙҙәрҙең күп ҡулланылыуы күҙгә ташланды. Уҡыусыларҙың диалогы, башлыса, һорау-яуап формаһына ҡоролдо, шуға ла улар фонында телмәре байыраҡ, үҙҙәре теремегерәк уҡыусылар айырылып торҙо.
Күп уҡыусыларҙың телмәре хаталы, ярлы булыуы, грамматик хаталар, ялғауҙарҙың яңылыш ҡулланылыуы күҙгә ташлана Был кәмселектәрҙән ҡотолоу өсөн әҙәби әҫәрҙәрҙе күберәк уҡырға, телде шымартырға, телмәрҙе үҫтереүгә иғтибар итергә кәрәк.
Олимпиада онлайн-форматта тәүге тапҡыр үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, сарала ҡатнашыусылар уның оҫта ойошторолоуын, тотҡарлыҡһыҙ, уңышлы үтеүен билдәләне. Ул заман технологияларын киң массалар өсөн ҡулланыуҙың яңы юлдарын күрһәтте. Олимпиада һөҙөмтәләре «Туған тел донъяһы» порталында яҡтыртылды, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы сайтына ҡуйылды. YouTube каналында «Туған тел донъяһы» төркөмөндә олимпиадаға йомғаҡ яһалды.
Башҡорт теле һәм һәм әҙәбиәте буйынса үткәрелгән төбәк-ара олимпиада белемле, телебеҙ, милләтебеҙ яҙмышын яҡшыртыуға өлөш индерерлек өмөтлө балаларҙы асыҡлай. Тап ошо уҡыусылар киләсәктә телебеҙҙе һаҡлар, яҡлар, үҫтерер шәхестәр булыр. Сарала ҡатнашыусылар хисле, моңло халҡыбыҙҙың аҫыл хазинаһы – туған теле килер быуындарҙа ла яңғыраһын, яңы киңлектәр яулаһын тигән теләктә ҡалды. Олимпиадала ҡатнашып, илһам алған, ҡанатланған балаларҙың күңел кисерештәрен шағирә Р. Хисаметдинованың шиғыр юлдары асып бирер кеүек:
Туған телем!
Кейек ҡаҙҙар моңо,
Ҡыйғаҡ-ҡыйғаҡ ҡаҙҙар телеме?!
Шуға микән зәңгәр бейеклеккә
Әйҙәй мине болот теҙеме!
Зәңгәр күлле, аҡ ҡайынлы яҡтың
Ҡоштар телле халҡым күңеле –
Тап зәңгәр күк төҫлө бейек, бөйөк,
Тап ҡайындай ап-аҡ түгелме?!
Ҡоштар телле халҡым!
Шуға микән
Әйтер һүҙем, хисем ҡанатлы!
Рәхмәтлемен, донъя!
Шул ҡоштарҙың
Бер ҡаурыйы итеп яраттың!