Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Апрель 2021, 17:25

«Педагогик оҫталыҡ мәктәбе» еңеүсеһе

Күмертау ҡалаһының Республика политехник лицей-интернаты уҡытыусыһы «Туған телдәрҙе уҡытыуҙа иң яҡшы методика» номинацияһы буйынса еңеүсе Әбхәлимова Зилә Салауат ҡыҙы...

Күмертау ҡалаһының Республика политехник лицей-интернаты уҡытыусыһы «Туған телдәрҙе уҡытыуҙа иң яҡшы методика» номинацияһы буйынса еңеүсе Әбхәлимова Зилә Салауат ҡыҙы:

«Бер быуатлыҡ тарихы булған «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы мәғариф өлкәһендәге яңылыҡтар менән таныштыра, заманса технологиялар менән ҡоралландыра.

Мәғариф өлкәһендә 26 йыл эшләү дәүерендә журнал минең төп кәңәшсемә әүерелде. Бигерәк тә яңы эш башлаған осорҙа, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙы яңы башлаған заманда, журнал оло таяныс булды.

«Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы ижади эшләүсе уҡытыусылар өсөн тәжрибә уртаҡлашыуға көрәш майҙансығы ла булып тора.

2020 йылда «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының 100 йыллығына үткәрелгән конкурста ҡатнашып, «Туған телдәрҙе уҡытыуҙа иң яҡшы методика» номинацияһында еңеүсе булдым. Мәҡәләм 2021 йылдың журналдың 1-се һанында баҫылып сыҡты. Ошондай бәйгеләр яңы үрҙәргә илһамландыра, дәрт өҫтәй.

Үҙ һөнәрен яратҡан уҡытыусыларҙың тоғро юлдашына әүерелгән «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы артабан да шундай фәһемле, төплө мәҡәләләр менән ҡыуандырһын.

Журналды алдырығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ.»

Еңеүсебеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Читайте нас в