2021 йылдың 9 апрелендә Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында матур һәм йөкмәткеле III Пресса фестивале үтте.
Был форумға 100-ҙән ашыу делегат ҡатнашыуы һәм шул иҫәптәп республиканың киң мәғлүмәт сараларында эшләүсе алдынғы етәкселәрҙең дә булыуы ҙур мәртәбәгә эйә. Факультеттың ныҡлы әҙерлеге ингәс тә күҙгә ташлана: уҡытыусыларҙың һәм студенттарҙың ихлас ҡаршы алыуҙары, программаның ныҡлы уйланылып эшләнеүе, ижади секция ултырышындағы формаль булмаған аралашыу дәлил булып тора. Сараны асыу өсөн декан факультеты, профессор Гөлфирә Абдуллинаға, БДУ-ның уҡытыу методикаһы буйынса проректоры Азат Ғалимхановҡа, Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентствоһының урынбаҫары Марат Ғәзизовҡа һәм «Башҡортостан Республикаһының журналистар союзы» ойошмаһының яуаплы сәркәтибе Мәүлиҙә Яҡуповаға һүҙ бирелде.
Артабан секция ултырыштары ойошторолдо, студенттар журналистар менән бергә үҙҙәрен ҡыҙыҡтырған һорауҙарға яуап эҙләне. Бөгөнгө журналистика, уның киләсәге тураһында эшлекле һөйләшеү килеп сыҡты. Был осрашыу ике яҡ өсөн дә, бигерәк тә һөнәр һайлау алдында торған студенттар өсөн файҙалы булды.
Фестивалдә ҡатнашыусылар уны артабан да даими үткәрергә һәм камиллаштырырға кәрәк тигән фекергә килде.