Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Апрель 2021, 20:17

Рәхим итегеҙ «Һаумы, hаумы, әкиәт!» төбәк-ара конкурсына!

Башҡортостан Республикаһында 2021 йылдың 5 апреленән 14 майына тиклем «Һаумы, hаумы, әкиәт!» Бөтә донъя халыҡтары әкиәттәрен йәш башҡарыусылар төбәк-ара конкурсы уҙғарыла. Конкурс VI Бөтә донъя фольклориадаһына арналған.

Конкурста 1-4 класс мәктәп уҡыусылары, өҫтәмә белем биреү учреждениеларының 1-4 класс уҡыусылары, балалар баҡсалары фольклор коллективтары, шулай уҡ ғаилә фольклор коллективтары ҡатнаша ала.

Конкурс түбәндәге номинациялар буйынса үткәрелә:

«Яңғыҙ номерҙы башҡарыу» (әкиәтте тасуири уҡыу);

«Әкиәтте сәхнә аша»;

«Мультипликацион һәм анимация фильмы» (туған телдә халыҡ әкиәттәре).

Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы, шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә ебәрергә, 2021 йылдың 26 апреленә тиклем [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.

Конкурста ҡатнашыусыларҙың эштәре «Бәйләнештә» социаль селтәрендә урынлаштырыласаҡ.

Читайте нас в