Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Апрель 2021, 11:57

«ПЕДАГОГИК ОҪТАЛЫҠ МӘКТӘБЕ» КОНКУРСЫ ЛАУРЕАТЫ

Өфө ҡалаһының 162-се күп профилле полилингваль "СМАРТ" мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы «Туған телдәрҙе дәрестән тыш сарала уҡытыуҙа иң алдынғы» номинацияһында II урын алыусы Ғирфанова Миләүшә Рамаҙан ҡыҙы

Өфө ҡалаһының 162-се күп профилле полилингваль "СМАРТ" мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, «Туған телдәрҙе дәрестән тыш сарала уҡытыуҙа иң алдынғы» номинацияһында II урын алыусы Ғирфанова Миләүшә Рамаҙан ҡыҙы:

«Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы – тәжрибә менән уртаҡлашыу майҙансығы булып тора. Минең уйлауымса, заман менән бергә атлаған, креатив һәр уҡытыусының өҫтәл китабы булып, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы торорға тейеш. Сөнки, беҙ унда яңы методик алымдарға өйрәнәбеҙ, педагогик оҫталыҡты нығытабыҙ, үҫәбеҙ. Уның бүлектәре уйланылып эшләнгән, бай йөкмәткеле, кәрәкле эшлекле мәғлүмәтте етеҙ генә итеп табып ҡуллана алабыҙ. Ул ғына ла түгел, педагогтар араһында төрлө һөнәри конкурстар, уйындар ҙа үткәреп торалар. Шуларҙың береһе – яратҡан журналыбыҙҙың 100 йыллығына арналған «Педагогик оҫталыҡ мәктәбе» конкурсында ҡатнашып, юғары баһа алыуыма сикһеҙ шатмын. Был миңә яуаплылыҡ, яңы дәрт һәм илһам өҫтәй.

Редакция хеҙмәткәрҙәренә һаулыҡ, ғаилә именлеге, ижади уңыштар, теләйем».

Еңеүсебеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Читайте нас: