Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Май 2021, 12:42

Туған телде һаҡлау һәм төбәк-ара бәйләнеште нығытыуға арналған форум уҙҙы

14 майҙа Учалы районының Комсомол мәҙәниәт йортонда һәм мәктәбендә туған телде һаҡлау һәм төбәк-ара бәйләнеште нығытыуға арналған йәнле форум булып уҙҙы.

14 майҙа Учалы районының Комсомол мәҙәниәт йортонда һәм мәктәбендә туған телде һаҡлау һәм төбәк-ара бәйләнеште нығытыуға арналған йәнле форум булып уҙҙы. Силәбе өлкәһенең туған тел уҡытыусылар ассоциацияһы менән Учалы мәғариф бүлеге һалған хеҙмәттәшлек йылдан-йыл нығына бара. 2006 йылда, бынан ун биш йыл элек, мәктәптәрҙә йәнле осрашыуҙар төбәктә ижади интеллегенцияны туплау маҡсатынан башланғайны. Унан төбәк-ара семинар-практикум итеп үҙгәртелә. Быйыл Силәбе менән Учалы дуҫлығы заманға ярашлы яңырыу осорон кисерҙе – «Төбәк этномәҙәни мөхит шарттарында туған телде һаҡлау һәм үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре» тигән Бөтә Рәсәй фәнни конференция үткәрелде.

Силәбе делегацияһы составында Силәбе һәм Магнит ҡалаларынан, Арғаяш, Ҡоншаҡ һәм Сосновка райондарынан хакимиәт урынбаҫарҙары, мәктәп директорҙары, уҡытыусылар, яҙыусылар ҡатнашты.

Был сараның программаһы бик йөкмәткеле һәм тығыҙ булды. Конференцияның пленар ултырышын Комсомол мәктәбе директоры Гөлшат Вилданова асты. Башҡортостандың мәғарифты үҫтереү институты ректоры Азат Йәнгиров ҡатнашыусыларҙы ихлас сәләмләне. Башҡортостан мәғариф һәм фән министрлығынан Розалия Сәфиуллина, Аҡмулла университеты профессоры Ләйлә Хөсәйенова, Силәбе һәм Курған өлкәләренең туған тел уҡытыусылар ассоциация етәксеһе Ҡамса Мортазин, Һамар һәм Курған уҡытыусыларының докладтарын тыңланылар. Комсомол мәктәбе менән Сосновка районының Сиреүсе урта мәктәбе араһында яңы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Секция эшендә ғалимдар менән уҡытыусылар араһында йәнле һөйләшеү барҙы.

Рухи ҡиблабыҙ - изге Әүеш тауы һәм Әүлиә шишмәһе – ватандаштарҙы туплаусы йәнтөйәк. Учалы район ҡоролтайы менән мәғариф бүлеге йылдағылай илаһи урындарға экскурсия ойошторҙо. Ата-бабалар кеүек доғалар ҡылып, теләктәр теләп, шишмәнән һыу алып сауапланғас һыйлы сатырҙа барлыҡ эштәргә йомғаҡ яһалды.

Бындай йәнле халыҡ йыйынын әҙерләүсе ватандаштарға – Учалы район мәғариф бүлегенә, район ҡоролтайына һәм Комсомол урта мәктәбе коллективына силәбеләр хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт белдерҙе.

Читайте нас: