Республика Башлығы Р.Ф.Хәбиров Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың 90 йәшен билдәләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, быйыл әҙиптең оло юбилейына арналған сараларҙы әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты составы раҫланған, уға Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары А.Ш. Бадранов етәкселек итә. Комитет саралар планын 30 көн эсендә билдәләргә тейеш.
Бынан алда күренекле яҙыусының тыуған төйәге – Ишембай районы Ҡолғона ауылындағы урта дөйөм белем биреү мәктәбе уның исемен йөрөтәсәге тураһында билдәле булды. Был хаҡтағы Хөкүмәт ҡарарына 11 майҙа Премьер-министр А.Г. Назаров ҡул ҡуйҙы. Ул документ та хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡты.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Сөләймән улы Мусин 1931 йылдың 17 июлендә тыуған. Әҙиптең "Һайлап алған яҙмыш", "Мәңгелек урман", "Зәңгәртауҙа – аҡ болан", "Яҙғы ташҡындар алдынан", "Таң менән сыҡ юлдарға", "Һуңғы солоҡ", "Шунда ята батырҙар һөйәге" романдары, күп хикәйә-повестары әҙәбиәт һөйөүселәрҙең яратҡан әҫәрҙәренә әйләнде.
#Башҡортостан_әҙәбиәте #Литература_Башкортостана #Башҡортостан_Яҙыусылар_союзы #Союз_писателей_Башкортостана