Бөгөн Өфөлә «Ҡала башҡорттары: Полиэтник ҡала шарттарында этник берҙәмлек» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы бара. Форумда республика ҡалаларында башҡорт телен һаҡлау проблемаһы ла тикшерелә. Ассимиляция, белем биреү ойошмаларында башҡорт телен өйрәнеүҙең кәмеүе, милләт-ара никахтар һөҙөмтәһендә телдең юғалыуы, дәүләт учреждениеларында башҡорт телен файҙаланыу кимәленең түбән булыуы һәм башҡа бик күп мәсьәләләр ҡарала.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова фекеренсә, башҡорт этносының урбанизация процесы дауам итә һәм милләттең демографик, мәҙәни, социаль һәм иҡтисади өлкәләрендә үҫешенә йоғонто яһай. Иң төп проблемаларҙың береһе - мәктәптәрҙә туған телде өйрәнеү буйынса ата-әсәләрҙән ғариза йыйыу. Теләүселәр аҙ, был иһә башҡорт теле дәресенең мәктәп программаһынан алыныуы менән янай.
Конференцияла ҡатнашыусылар башҡорт телендә мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларын асыу, билингивизм, ҡала мәктәптәрендә туған телде уҡытыу сифатын, социаль селтәрҙәрҙә башҡорт төркөмдәре селтәрен киңәйтеү мәсьәләләрен һәм ҡалаларҙа туған телде файҙаланыуҙың заманса механизмдары темаларын тикшерә.
Мәғлүмәттәр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтынан алынды.