Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Май 2021, 14:45

Беҙҙең ҙур мәмләкәтебеҙ

Ғалим-әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, филология фәндәре докторы, профессор, Салауат Юлаев ордены кавалеры, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының 2020 йылғы лауреаты Ҡунафин Ғиниәт Сафиулла улының журналыбыҙ тураһында:

“Башҡортостан уҡытыусыһы” беҙҙең ҙур мәмләкәтебеҙ. Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй, элекке СССР донъяһында үҙе бер феноменаль күренеш булды, сөнки ул мәғариф системаһын, ғилем донъяһын, мәҙәниәт донъяһын бер нөктәлә, фокуста туплап торған күренеш. Әммә ошо күренеште беҙгә ҡәҙерен белеп, ябай ғына журнал тип ҡарарға кәрәкмәй, ул киң ғилми, мәҙәни, методик, педагогик, психологик характерҙағы баҫма. Фәлсәфәләр донъяһы үҙ эсенә һыйҙырған журналдың барлыҡҡа килеүенә 100 йыл ваҡыт үтеп киткән. Үҙе үк беҙҙең мәҙәниәтебеҙ, ғилемебеҙ, педагогикабыҙ мәғарифыбыҙ тарихында ҙур бит булып тора. Киләсәктә лә ошолай юғарылыҡта йәшәүен, үҙенең бәҫен, имиджын төшөрмәйенсә, ошондай энциклопедик функцияһын үтәгән педагогик, ғилми, мәҙәни, әхлаҡи, психологик, философик журнал булып ҡалыуын теләйбеҙ!”

Читайте нас: