Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Май 2021, 16:30

Башҡорт дәүләт университетының студенттары “XXIX Бөтә Рәсәй студент яҙы – яҙ асышы” фестивале еңеүселәре

15-20 май Түбәнге Новгород ҡалаһында үткәрелгән “XXIX Бөтә Рәсәй студент яҙы – яҙ асышы” фестивалендә Башҡорт дәүләт университеты студенттары еңеүҙәр яулап ҡайтты.

15-20 май Түбәнге Новгород ҡалаһында үткәрелгән “XXIX Бөтә Рәсәй студент яҙы – яҙ асышы” фестивалендә Башҡорт дәүләт университеты студенттары еңеүҙәр яулап ҡайтты. Юғары уҡыу йортонан 40 конкурсант ҡатнаша.

Үҙенсәлекле жанр номинацияһында I дәрәжә дипломы менән Александра Судакова яулаһа, бейеү йүнәлешендә “Генерал Игзаков” бейеүе менән Рәил Рәхмәтуллин һәм “Шарм” бейеү ансамбеле II дәрәжә дипломына лайыҡ була. Йыр-вокаль конкурсында Гөлнара Байғужина III дәрәжә дипломы менән бүләкләнә.

Видеорепортаж әҙерләгән студенттар – Арина Әхмәтова һәм Линара Ишморатовалар фестивалдең махсус бүләге “Сағыу башланғыс”, ә Федор Гаврилов менән Динара Әминевалар – “Үҙ-үҙеңә ышаныс” номинацияһына лайыҡ булдылар.

Читайте нас в