Бөгөн танылған шағир, ғалим, журналист, йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының лауреаты, әүҙем авторы Ҡамса Дәүләтбай улы Мортазинды күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Күпме булһа ерҙә изге теләк-
Беҙ теләйбеҙ һиңә барын да.
Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын
Тыуған көндөң һәр бер таңында.
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар,
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек,бары шатлыҡтар!
Иң изге теләктәр менән «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы коллективы.