Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июнь 2021, 11:09

Бер айҙан Башҡортостан халыҡ-ара мәҙәни фестиваль үҙәгенә әүерелә

3-10 июлдә республикала VI Бөтә донъя фольклориадаһы уҙа, Башҡортостанға 48 дәүләт вәкилдәре килә.

3-10 июлдә республикала VI Бөтә донъя фольклориадаһы уҙа, Башҡортостанға 48 дәүләт вәкилдәре килә.

Ике меңгә яҡын артист үҙҙәренең традицион музыкаһы, бейеүҙәре, халыҡ кәсептәре, аш-һыуы, кейемдәре һәм сәхнә сәнғәте менән таныштыра. Әйткәндәй, Венгриянан «Kecskemet» халыҡ бейеүҙәре коллективы Фольклориадала «Ҡарабай» башҡорт халыҡ йырын башҡарырға ниәтләнә, әле башҡорт телен өйрәнә.

3 июлдән «Торатау» конгресс-холында биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталарының тәүге халыҡ-ара күргәҙмәһе үҙ эшен башлай. Унда төрлө илдәрҙең оҫталары һәм һөнәрселәренең эштәрен ҡарарға мөмкин була. Экспозицияла уникаль биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлгөләре, халыҡ костюмдары, биҙәүестәр һәм мәҙәни ҡиммәткә эйә көнкүреш әйберҙәр тәҡдим ителәсәк.

4 июлдә «Фольклориаданың йөрәге» Төп сәхнәһен асыу тантанаһы була. 5 июлдән коллективтарҙың бер өлөшө 4 фестиваль округына берләштерелгән республиканың 22 төбәгенә юллана. Фестиваль округтары программаһына сағыу костюмдар парады, концерттар, биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталарының күргәҙмәләре, оҫталыҡ дәрестәре, төрлө интерактив майҙансыҡтарҙың эше, төрлө халыҡтарҙың милли уйындарын үткәреү инә.

Фестиваль округтары исемлеге:
- Үҙәк ФО (Салауат ҡалаһы — 5 июль, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Нуриман р-ны — 6 июль, Октябрьский ҡалаһы — 7 июлдә, Ҡырмыҫҡалы һәм Ауырғазы райондары — 8 июлдә, Ишембай ҡалаһы һәм Благовещен р-ны — 9 июль).
- Төньяҡ ФО (Мишкә р-ны — 5 июль, Ҡариҙел р-ны — 6 июлдә, Борай районы — 7 июлдә, Асҡын р-ны — 8 июлдә).
- Төньяҡ-көнбайыш ФО (Дүртөйлө ҡалаһы — 5 июль, Яңауыл р-ны — 6 июль, Тәтешле р-ны — 7 июль, Нефтекама ҡалаһы — 8 июль, Илеш р-ны — 9 июль);
- Көнсығыш ФО (Әбйәлил р-ны — 5 июль, Бөрйән р-ны — 6 июль, Учалы ҡалаһы — 7 июль, Сибай — 8 июль, Белорет — 9 июль).

Бөтә майҙансыҡтар ҙа open-air форматында эшләйәсәк. Концертҡа инеү ирекле, әммә битлек булыуы мотлаҡ.

Читайте нас: