Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июнь 2021, 10:34

Өфөлә ғалим Әнүәр Әсфәндиәров иҫтәлегенә таҡтаташ

11 июнь Әнүәр Әсфәндиәров йәшәгән йортта ғалим иҫтәлегенә таҡтаташ асыласаҡ.Башлана сәғәт 12-лә.Адресы: Мөбәрәков урамы, 12/2.Рәхим итегеҙ!

Билдәле башҡорт ғалимы, тарих фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Әнүәр Закир улы Әсфәндиәров 1934 йылдың 15 майында БАССР-ҙың Баймаҡ районы Сынғыҙ ауылында тыуған.

1958 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлағандан һуң Башҡортостанға ҡайтып Өфөнөң 1-мәктәп-интернатында (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт гимназияһы) тарих уҡытыусыһы булып, һуңынан Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй. Кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. XVIII һәм XIX быуаттың беренсе яртыһында Башҡортостандың сәйәси, ижтимағи-иҡтисади тарихы проблемаларын, төбәгебеҙҙең ауылдар һәм ҡалалар тарихын өйрәнә. Башҡорттарҙың, мишәрҙәрҙең, типтәрҙәрҙең хәрби хеҙмәте, кантон идаралыҡ системаһының үҙенсәлектәре, башҡорттарҙа ғаилә һәм ғаилә ҡороу мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһына.

1974 йылдан алып Әнүәр Әсфәндиәровтың тормошо һәм ижады Башҡорт дәүләт университеты менән өҙөлмәҫлек булып бәйләнә.

Әнүәр Закир улы донъяға 300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, 20-нән ашыу китап һәм монография сығарған. Ул Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ырымбур, Ҡазан, Пермь, Һарытау, Һамар, Силәбе һәм башҡа ҡалалар архивтарында күп йылдар тикшеренеү һөҙөмтәһе.

Әнүәр Әсфәндиәров – ул республика вуздары өсөн «История Башкортостана с древнейших времен до 1917 года» уҡыу пособиеһы; 8-9 кластар өсөн – «История Башкортостана»; «Историко-культурного энциклопедического атласа Республики Башкортостан» китаптар авторҙашы.

Читайте нас: