Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июнь 2021, 13:07

Бөгөн Халыҡ-ара архивтар көнө

Республикабыҙҙа Башҡортостан Республикаһының тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте әҙерләгән «Башархив» исемле уникаль проекты эшләй башланы.

Республикабыҙҙа Башҡортостан Республикаһының тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте әҙерләгән «Башархив» исемле уникаль проект эшләп килә. Үҙенең шәжәрәһе, ауыл, тыуған яғы тарихы менән ҡыҙыҡһыныусылар Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу материалдары менән таныша ала.

Билдәле булыуынса, Рәсәй империяһында тәүге бөтә халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы 1897 йылдың 28 ғинуарында (яңы стиль буйынса 9 февралдә) үтә.

Уның һөҙөмтәләре буйынса Өфө губернаһында халыҡтың дөйөм һаны 2 миллион 196 мең 942 кеше тәшкил иткән. Губернала 18 тел (500-ҙән ашыу кеше һөйләшкән телдәр иҫәпкә алынған) теркәлгән. Шуға ҡарамаҫтан, халыҡ һаны буйынса күпселекте төп халыҡ — башҡорттар биләгән.

«Өфө губернаһында йәшәгән халыҡтар араһында башҡорттар беренсе урында. Улар дөйөм халыҡтың 40,98% тәшкил итә. Рустар 37,97% тәшкил итеп, икенсе урынды биләй», - тип йомғаҡ яһаған статистиктар.

Мәғлүмәттәр Ҡоролтай сайтынан алынды.

Читайте нас: