Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июнь 2021, 13:28

Матбуғат байрамына килегеҙ, журналға яҙылығыҙ, бүләк отоғоҙ!

Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре 14 июндә һөнәри байрамын билдәләй. Ошо айҡанлы “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто Матбуғатҡа яҙылыу көнө үткәрә.

Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре 14 июндә һөнәри байрамын билдәләй. Ошо айҡанлы “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто Матбуғатҡа яҙылыу көнө үткәрә.

10 июндә Өфөлә Матбуғат йорто алдындағы майҙанда республиканың мәҙәниәт оҫталары ҙур концерт ҡуя. Байрамда Рөстәм Ғиззәтуллин, Юнир Һағынбаев, Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, Радик Динәхмәтов, Зифа Нагаева, Флера Шәрипова, Алмас Ғафаров, Заһир Байыҡ, Гөлназ Мөхәмәҙиева, Сәйҙә Ильясова, “Арғымаҡ” төркөмө, “Ауаз” фольклор ансамбле, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Наҙгөл Ибраһимова һәм башҡалар сығыш яһай. “Китап” нәшриәте үҙ продукцияһы күргәҙмәһен ойоштора, шулай уҡ халыҡ кәсептәре әйберҙәре һатыла.

Иң мөһиме – байрамда яратҡан гәзит - журналдарға яҙылырға һәм шунда уҡ ҡиммәтле бүләктәр оторға мөмкин.

Байрам 10 июндә иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.

Рәхим итегеҙ!

Читайте нас: