Мәктәп йәшендәге балаларға 10 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсаға ғаризаларҙы июль уртаһында ҡабул итә башлайҙар. Был турала Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Баталина хәбәр итте.
«Ғаризаларҙы июль уртаһында ҡабул итергә йыйынабыҙ, ҡарар сығарылғас, аныҡ дата билдәле булыр. Августа (әлегә датаһы билдәһеҙ) аҡса түләү башлана. Ғаризалар 1 ноябргә тиклем ҡабул ителә».
Бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе алыу өсөн дәүләт хеҙмәттәренә йәки күп функциялы үҙәккә, пенсия фонды бүлексәһенә, социаль яҡлау органдарына бер генә ғариза бирергә кәрәк. Ҡалған эште дәүләт башҡара.
Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, 21 апрелдә Рәсәй Президенты Владимир Путин балалы ғаиләләргә ярҙам сараларын иғлан иткәйне. Атап әйткәндә, дәүләт башлығы 1 июлдән тулы булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән һигеҙ йәштән 16 йәшкә тиклемге балалар өсөн ай һайын уртаса 5 650 һум түләү индерелеүе тураһында белдерҙе. Бынан тыш, түләүҙәр ауыр матди хәлдә булған йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға ла ҡағыла. Бындай түләүҙең күләме — айына уртаса 6 350 һум (йөклөлөктөң алтынсы аҙнаһынан һуң). Шулай уҡ мәктәп йәшендәге (беренсе класҡа барыусылар ҙа) балалары булған ғаиләләргә Путин быйыл 10 мең һум аҡса түләргә ҡушты.