Кисә Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында сыҡҡан янғын бер-бер артлы ултырған дүрт өйҙән бер нәмә лә ҡалдырмай. Янғын урынын таҙартҡан саҡта, халыҡ Ҡөрьән китабына юлыға. Ул башлыса зыян күрмәгән, бары тик ситтәре генә бер аҙ янған. Мөғжизәме? Мөғжизә! Динебеҙҙең изге китабы Хоҙай Тәғәлә ярҙамында имен ҡала.