Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июнь 2021, 12:54

Башҡорт теленә инновацион ҡараш

Мәктәпкәсә һәм урта дөйөм белем биреү ойошмалары тәрбиәселәре һәм башҡорт теле уҡытыусылары өсөн республика семинары үтте

2021 йылдың 17 июнендә Ишембай ҡалаһының 14-се урта мәктәбендә мәктәпкәсә һәм урта дөйөм белем биреү ойошмалары тәрбиәселәре һәм башҡорт теле уҡытыусылары өсөн “Башҡорт теле: инновацион ҡараш һәм уҡытыу методтары” исемле республика семинары үтте. Семинарҙа Сибай, Салауат, Стәрлетемаҡ ҡалаһы, Ишембай, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Баймаҡ районы педагогтары һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусылары, Бөтә донъя башҡорттары башҡарма комитеты белгестәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Семинарҙың тәүге өлөшөндә тәрбиәселәр һәм башҡорт теле уҡытыусылары үҙҙәренең оҫталыҡ кластарын күрһәтеп, эш алымдары менән бүлешһәләр, икенсе яртыһында “БЕЛемАЛ” проектының презентацияһы уҙғарылды. Семинарға килгән һәр кем буш ҡул менән ҡайтманы: иң тәүҙә педагогик тәжрибә туплаһалар, аҙаҡ “Башҡорт телендә һөйләшәм” исемле методик ҡулланма, башҡорт теленең магнит хәрефтәрен, шиғыр, мәҡәлдәр, йомаҡтар, тиҙәйткестәр менән башҡорт алфавитын алып ҡайтып киттеләр. Һандар, төҫтәр, йәшелсә-емештәрҙе, ғаилә ағзаларын өйрәнеүгә ҡоролған компьютер уйын да күптәргә хуш килер. Семинарҙа әүҙем ҡатнашҡан тәрбиәселәр һәм уҡытыусыларға Башҡортостан Республикаһының башҡорт, рус (туған) һәм башҡа туған тел уҡытыусылары Ассоциацияһының рәхмәт хаттары тапшырылды.

Читайте нас: