Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июнь 2021, 16:57

Медиа-мәктәп—милли матбуғатты үҫтереүгә төплө аҙым

Башҡортостанда яңы медиа-мәктәп ойоштороласаҡ

Күп яҡлы белгестәрҙе әҙерләгән медиа-мәктәп традицион матбуғат сараларына яңырырға ярҙам итәсәк, тигән фекерҙә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Эльвира Айытҡолова.

Һөнәрмән журналистарҙың оҫталығын арттырыу, милли матбуғат өсөн заманса кадрҙар әҙерләү эшенең мөһимлеген журналистар «Медиайыйын-2021» форумындағы Республика Башлығы менән осрашыуҙа күтәрҙе. Был осрашыу Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән ойошторолдо.

«Журналист һәр саҡ уҡый. Һөнәри журналистика яңы цифрлы форматтарға яраҡлашып, етеҙ эш итергә өйрәнергә тейеш. Уҡыусылар һәм тамашасыларҙың зауыҡтары нескәрә бара, һәр уҡыусы һәм ҡараусы өсөн көрәш ҡыҙа, шуға белгестәргә яңынан-яңы һөнәр нескәлектәрен үҙләштерергә тура килә» — тип билдәләне Эльвира Айытҡолова.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы Рәйесе фекеренсә, милли телдәрҙәге мәғлүмәт сараларын һаҡлап ҡалыу— әле төп маҡсаттарҙың береһе.

«Туған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу һәм байытыуҙа милли матбуғаттың биләгән урыны баһалап бөткөһөҙ. Әгәр халыҡ ҡыҙыҡһына икән, тимәк киң мәғлүмәт сараһының киләсәге лә бар. Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы нигеҙендә медиа-мәктәп булдырыу—ул бик урынлы һәм ғәҙәти булмаған алым. Юғары уҡыу йортоноң мөмкинлектәре тәғлимәти яҡтан да, ғәмәли яҡтан да белемде арттырырға ярҙам итер. Медиа-мәктәп беҙҙең милли мәғлүмәт сараларына яңы ҡараш ташларға мөмкинлек булыр, тип ышанам» — тине Эльвира Айытҡолова.

Билдәле булыуынса, ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы янындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы менән Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы араһында килешеү төҙөлдө. Уға ярашлы Башҡортостанда яңы медиа-мәктәп ойоштороласаҡ.

«Медиайыйын-2021» форумы ағымдағы йылдың апрелендә үтте. Республиканың милли матбуғат журналистары Республика Башлығы менән осрашып кәсептең көнүҙәк мәсъәләләре хаҡында фекер алышты. Форум һөҙөмтәһендә Радий Хәбиров бер-нисә күрһәтмә бирҙе. Улар араһында: цифрлы медиа-мәктәп ойоштороу, журналистарҙың эш хаҡын арттырыу, милли матбуғат өсөн гранттар булдырыу һәм башҡалар.

Мәғлүмәт Ҡоролтай сайтынан алынды

Читайте нас: