Венгрияның «Kecskemet» халыҡ бейеүҙәре коллективы Башҡортостан өсөн махсус сюрприз әҙерләй. Бына бер нисә ай инде улар «Ҡарабай» башҡорт йырын репетициялай. «Ҡарабай» — ғәҙәттә егеттәр йәш ҡыҙҙарҙы бейергә саҡырып йырлаған шаян халыҡ йыры.
Ҡайһы бер фараздар буйынса, венгрҙар менән башҡорттарҙың тамырҙары уртаҡ, был ике телдең фонетика һәм лексикаһында сағыла. Венгр артистары дәртле көйҙө тиҙ отоп ала һәм һүҙҙәрен дә өйрәнә. Был номерҙы VI Бөтә донъя фольклориадаһы барышында күрергә мөмкин буласаҡ.
5 июлдә Венгрия коллективы концерттар менән Көнсығыш фестиваль округына юллана.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, VI Бөтә донъя фольклориадаһы 2021 йылдың 3-10 июлендә Башҡортостан Республикаһында уҙа. Сараны асыу тантанаһы «Өфө-Арена» боҙ һарайында уҙа.
Мәғлүмәт Ҡоролтай сайтынан алынды