Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Август 2021, 11:56

Рәсәйҙә 1 сентябрҙән «Пушкин карта»һы проекты эшләй башлай

Ул 14 йәштән 22 йәшкә тиклемге йәштәргә бирелә.

Рәсәйҙә 1 сентябрҙән «Пушкин карта»һы проекты эшләй башлай
Рәсәйҙә 1 сентябрҙән «Пушкин карта»һы проекты эшләй башлай

Карта иҫәбенә 3 мең һум аҡса һалына. Был сумманы мәҙәниәт усаҡтарына билет алғанда ҡулланырға мөмкин.

Карта менән сентябрҙән декабргә тиклем иҫәпләшергә була. Киләһе йылда иҫәпте 5 мең һумға тулыландырыу планлаштырылған. Мәктәп уҡыусылары һәм студенттар мәҙәни сертификатты дәүләт хеҙмәттәр порталы аша юллай ала.

Автор:Тимур Рахматуллин
Читайте нас: