Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Август 2021, 10:27

Телебеҙҙе һаҡлаһаҡ, илебеҙҙе һаҡларбыҙ!

Беҙҙең моңло көйҙәребеҙ балаларҙың рухын үҫтереп кенә ҡалмай, ә һаулығына ла ыңғай йоғонто яһау көсөнә эйә. Шуға күрә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренең фоны башҡорт халыҡ көйҙәре булһын ине.

Телебеҙҙе һаҡлаһаҡ, илебеҙҙе һаҡларбыҙ!
Телебеҙҙе һаҡлаһаҡ, илебеҙҙе һаҡларбыҙ!

В.И. ХАЖИН, педагогика фәндәре кандидаты,

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре,

Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы

Педагог-методист, филолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы Вәкил Исмәғил улы Хажин 1946 йылдың 11 июлендә Белорет районының Бирҙеғол ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң, Мәләүез районының Арыҫлан урта мәктәбе директоры урынбаҫары булып эшләй. 1972 йылдан РФ Милли мәктәптәр ғилми-тикшеренеү институтының Башҡортостан филиалында, 1978 йылдан Башҡортостан уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институтында башланғыс белем биреү, туған телдәр кабинеты мөдире була. 1982 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институтында филология факультеты деканы урынбаҫары, Сибай филиалы директоры, артабан Силәбе дәүләт университетында, БДУ-ның Сибай институтында уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары, бер үк ваҡытта башҡорт теле һәм әҙәбиәте, телмәр мәҙәниәте уҡытыусыһы була.

В.И. Хажин – 60-тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән урта мәктәп, дөйөм белем биреү мәктәптәре, урта һәм юғары һөнәри уҡыу йорттары өсөн дәреслектәр авторы.

«Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы редакцияһы коллективы Вәкил Исмәғил улы Хажинды оло ғүмер байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлай, һаулыҡ, артабан да ижади уңыштар теләй!

 

Тел – халыҡтың көҙгөһө. Тел булмаһа, халыҡ та эҙһеҙ юғалыр. Заманында ярты донъяны биләгән боронғо Рим империяһының бөгөн ярсыҡтары ғына тороп ҡалған. Уларҙың бөйөк теле – латин теле лә үле килеш кенә (мумия хәлендә) һаҡланған. Шул замандарҙа уҡ бөгөнгө исеме һәм үҙ теле менән йәшәгән башҡорт әле лә шул уҡ төйәгендә телен, исемен, мәҙәниәтен һаҡлап көн итә. Меңәр йыллыҡ юлыбыҙҙа XX быуат күрһәткәндәрҙән дә яманыраҡ афәттәр булмай тормағандыр. Шуларҙы йырып, түҙеп, асылын һаҡлап ҡала алған халҡыбыҙ! Иҫән ҡалыуыбыҙҙы тәьмин иткән төп көс – ул туған телебеҙ. Телдең халыҡ йәшәйеше өсөн ни тиклем мөһим икәнлеген беҙ үҙ миҫалыбыҙҙа ла күрә алабыҙ. Бер-ике быуын кешеләренең ғүмере араһында ла туған тел тип икенсе телде өйрәнеү һәм уҡытыу Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш төбәктәрендә йәшәүсе бихисап милләттәштәребеҙҙе үҙҙәрен икенсе халыҡ менән идентификациялай башлауына килтергән. Был турала күп яҙылған, һөйләнгән.

Мәҡәләмдә мин бөгөн үҙен башҡорт тип йөрөгәндәрҙең, башҡортса һөйләшеүселәрҙең туған телде тәрән, бөтә нескәлектәренә тиклем белеүен тәьмин итеп буламы икәнлеген асыҡларға уйланым.

Алдараҡ әйтелгән үле тел бөгөн ниндәйҙер бер халыҡты ойоштороуға, халыҡты тәшкил итеүселәрҙе бер-береһе менән аралаштырыуға хеҙмәт итмәй. Ул үҫмәй, үҙгәрмәй. Уның модаллеге, үҙенә хас интонацияһы, эмоционаллеге юҡ, өндәренең әйтелеш рәүеше лә һаҡланмаған.

Беҙҙә иһә, киреһенсә, телебеҙ халыҡты ойоштора, аралашыу ҡоралы булып хеҙмәт итә, үҫә, үҙгәрә. Уның төҙөлөшөнөң, әйтелешенең, яҙылышының ҡанундары бар. Модаллегенең күп төрлөлөгө хайран ҡалдырырлыҡ. Бына ошо төҫмөрләнештәрҙе йәштәребеҙҙең белеп бөтмәүе, ҡайһы бер һүҙ формаларын үҙ телмәрҙәрендә бөтөнләй ҡулланмауы бошондора. Мәҫәлән, әйтмәгәйе, китмәгәйе тигән һүҙ формаһының мәғәнәһен аңлаусы мәктәп уҡыусыһы ла, студент та юҡ дәрәжәһендә. «Мин шул-шул йылда тыуҙым», тип һөйләүсе ләр, хатта яҙыусылар арта бара хәҙер. Бындай «ғәжәп» миҫалдарҙы йөҙәрләп, меңәрләп килтерергә була.

Башҡорт телен ҡулланыу даирәһе бөгөн ныҡ артты. Башҡорт теле эфирҙан тәүлек әйләнәһенә яңғырай. Ваҡыт ағымы менән бергә, һөйләү оҫталыҡтарын камиллаштыра барыусы теле-, радиожурналистарыбыҙ күбәйҙе. Башҡа телдәрҙә һөйләүселәргә эйәрмәйенсә, башҡорт теленең тәбиғи интонацияларын һаҡлап һөйләүселәрҙең артыуы һөйөндөрә. Ҡасандыр тупаҫ диалектизмдар тип йөрөтөлгән, ә асылда саф башҡорт һүҙҙәре, һүҙ формалары булған алйот, тубыҡ, тоҡ, мышар кеүектәрҙең телгә күпләп инеүе кинәндерә.

Телебеҙҙе ҡулланыу даирәһе шулай, яйлап булһа ла, үҙ сиктәрен ҙурайта. Уның ҡулланыу сифаты мәғлүмәт саралары теле менән туранан-тура бәйле.

Хәҙер беҙ телебеҙҙең яңғырап тороуынан ғына кинәнес тапмайбыҙ. Күңел уның «моңло йыр» булып яңғырауын да теләй. Һирәк-һаяҡ киткән телмәр хаталары – улар нормаль күренеш, эфир тапшырыуҙарында булырға тейешле тапсыҡтар ғына. Тик даими осраусы, күпселек журналистар, алып барыусылар телендә ебәрелгән хаталар күңелде ҡыра. Шуларҙың бер нисәһенә генә туҡталып китәйек.

  1. Башҡорт телендә а өнө киң әйтелә, оа тип иренләштерелмәй: оалма түгел, ә алма, йәғни был һүҙҙәге ике а өнө лә бер төрлө әйтелә.
  2. -маҫ/-мәҫ, -мам/-мәм ялғаулы ҡылымдарҙа баҫым шул ялғауҙарға төшә. Әгәр шундай һүҙгә тағы ла ялғау ҡушылһа, баҫым һуҙынҡыға төшә.

Радионан, телевидениенан даими һөйләшеүселәрҙең байтағы баҫымды шул ялғауҙар алдындағы ижеккә ҡуя һәм шунда уҡ ҡалдыра. Дөрөҫө: ҡарамаҫтан (ҡарамаҫтан түгел), ҡабатланмаҫ моң (ҡабатланмаҫ түгел), бармаҫҡаармаҫҡа түгел), ҡайтмам (ҡайтмам түгел).

  1. Ирей (тает) һүҙе урынына эрей һүҙен йыш ҡулланалар. Эрей – ул сифаттың үҙгәреүе: һөт эрей. Ә иреү – ул туң, ҡаты әйберҙең шыйыҡҡа, йомшаҡҡа әүерелеүе: ҡар ирей.
  2. Баралар, ҡайталар, эшләйҙәр формаһындағы ҡылымдарҙа баҫым һәр саҡ күплек ялғауына төшә.

Ә хәҙер бөгөнгө йәштәребеҙҙең туған башҡорт телен белеү кимәленә бер аҙ байҡау яһайыҡ. Халыҡтың һаҡланыуын тәьмин иткән телебеҙ артабан да йәшәһен өсөн, һәр киләһе быуын туған тел серҙәренә төшөнөргә, уны үҙенеке итеп алырға, яратырға, туған телгә тоғро булырға тейеш. Элек бындай сифаттарҙы ата-әсә, ғаилә, йәмғиәт формалаштырған. Кемдер ниндәйҙер һүҙҙе, форманы дөрөҫ әйтмәһә, эргәлә тороусы уны шунда уҡ төҙәтә, аңлатып ебәрә торған булған. Бөгөн ғаиләнең дә, йәмғиәттең дә ундай тәьҫире, йоғонтоһо, хәстәре бик кәмене. Һөйләшеү хатта ауыл ерендә лә рус теле менән ҡатнаш алып барыла. Шулай булғас, телгә һөйөү тәрбиәләү, уның менән тулыһынса файҙаланыу һәләттәрен үҫтереү бурысын беҙ мәктәптәргә, бөгөнгөсә әйтһәк, белем биреү ойошмаларына ғына тапшыра алабыҙ. Бөгөн бөтә башҡорт балаһының да башҡорт телен үҙ туған теле итеп өйрәнеү мөмкинлеге бар. Беҙгә шул мөмкинлекте халыҡ ихтыяжына ярашлы итеп файҙаланырға өйрәнергә генә кәрәк.

Дөрөҫ, әлеге программа, дәреслектәрҙең йөкмәткеһе, ғөмүмән, тел уҡытыу концепцияһы халыҡ ихтыяжына, телде һаҡлау бурыстарына бик яуап биреп бөтмәй. Ләкин беҙ, бөгөн был турала һүҙ ҡуйыртмай ғына, ошо хәлдәрҙә лә нисек эшләргә була, тип һөйләшеү алып барырға уйлайбыҙ. Ысынлап та, нисек эшләргә?

Иң тәүге бурыс – ул тел, халыҡ патриот тары тәрбиәләү. Башҡорт теле дәрестәренең уҡыусыларҙа милли үҙаң тәрбиәләү мөмкинлеге бик ҙур. Ул шуның менән башҡа дәрестәрҙән айырыла ла инде. Башҡорт теле уҡытыусыһы – бөгөн ул әҙерлекле, эрудициялы мәғариф хеҙмәткәре. Замана уҡытыусыларының техник мөмкинлектәре лә иҫ китерлек. Алға ҡуйған бурыстарға ирешеү өсөн, ошо ыңғай факторҙарҙы файҙалана белергә кәрәк.

Туған тел уҡытыу концепцияһының нигеҙендә милли мәҙәниәт торорға тейеш, сөнки бөтә ыңғай, яҡшы күренештәрҙең башы – мәҙәниәттә. Халыҡтың һаҡланыуы ла туранан-тура мәҙәниәткә бәйле. Ә беҙҙең халыҡ тыуҙырған мәҙәниәттең иге-сиге юҡ. Әйҙә, шуның эсенә ин дә башҡорт теленең, башҡорт донъяһының бер осонан икенсеһенә сәйәхәт ҡыл ғына! Дәреслектәргә урынлаштырылған белемдәр нисбәте үҙенән-үҙе генә бер ни ҙә бирмәй, телде белер өсөн, уны файҙаланырға өйрәнергә кәрәк. Ниндәйҙер сағыштырыуҙар яһау, һорауҙар ҡуйыу һәм уларға яуап биреү, текстар төҙөү, аннотациялар яҙыу, мәғлүмәттәр әҙерләү, редакцияларға хат тар яҙыу, берәй саранан репортаж әҙерләү кеүек иҫәпһеҙ-һанһыҙ эштәр туранан-тура тел менән файҙаланырға өйрәтәсәк.

Юғарыла әйтелгәндәргә бер нисә миҫал килтерәйек.

  1. Сағыштырыу. Башҡорт телендәге килеш менән үҙгәреү һәм рус телендәге склонение араһында ниндәй оҡшашлыҡтар һәм ниндәй айырмалар бар? Тултырыусы менән аныҡлаусыларҙың төп айырмаһын табығыҙ.
  2. Репортаж. Һабантуй нисек үтте? Ололар көнөн һеҙҙең мәктәп нисек билдәләне?
  3. Әҙәбиәт дәресендә уҡылған тексҡа аннотация. Ошо тексҡа ниндәй һорауҙар ҡуйыр инегеҙ?

Башҡорт халҡының иҫ киткес байлығы – ул йырҙарыбыҙ. Иртәнән кискә тиклем барабандар дөпөлдәгән көндә беҙҙең моңло көйҙәребеҙ балаларҙың рухын үҫтереп кенә ҡалмай, ә һаулығына ла ыңғай йоғонто яһау көсөнә эйә. Шуға күрә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренең фоны башҡорт халыҡ көйҙәре булһын ине. Бөгөн быны тормошҡа ашырыуҙың бер ҡыйынлығы ла юҡ.

Мәҡәлдәр менән күпме эштәр башҡарырға була: һүҙлек эше үткәреү, кескәй хикәйәләр төҙөү, тәржемә итеү, сәсмә мәҫәлдәр сығарыу һ.б. – мөмкинлектәр сикһеҙ.

Әле һаналған эштәрҙе башҡарыу ғына ла уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен ҡуҙғытып ебәрәсәк, тел дәрестәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙарын үҫтерәсәк, иң мөһиме – туған тел менән файҙаланыу кимәлен күтәрәсәк.

Йомғаҡлап, шуны әйткем килә: бөгөн туған телебеҙҙең үҫеүе, ҡулланылышын киңәйтеү өсөн ғәжәп уңай мөмкинлектәр асылып торған ваҡыт. Беҙ, ошо форсатты емешле файҙаланып ҡала алһаҡ ҡына, Урал тауҙары буйында тағы ла йөҙәр, меңәр йылдар һуҙымында башҡорт теле яңғырар.

Автор:Тимур Рахматуллин
Читайте нас: