Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Август 2021, 12:16

Иң тәмле ҡымыҙҙы кем бешә?

14 сентябрҙә Башҡортостанда иң шәп ҡымыҙ бешеү оҫтаһы конкурсы уҙа.

Иң тәмле ҡымыҙҙы кем бешә?
Иң тәмле ҡымыҙҙы кем бешә?

14 сентябрҙә Башҡортостанда иң шәп ҡымыҙ бешеү оҫтаһы билдәләнә. Өфөлә «Аҡбуҙат» ипподромында республиканың ҡымыҙсылар конкурсы уҙа. Милли эсемлек яһау оҫталары үҙ продукцияһы өлгөләрен мәртәбәле жюри хөкөмөнә тәҡдим итәсәк, унан һуң теория буйынса имтихан тапшырасаҡ.

БР Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был көндә конкурста ҡатнашыусылар менән түңәрәк өҫтәл үтә, унда йылҡысылыҡ һәм ҡымыҙ бешеү буйынса көнүҙәк мәсьәләләр ҡараласаҡ.

Конкурс асыу тантанаһы ун икенсе яртыла (11.30) башлана.

Шулай уҡ, был көндә «Аҡбуҙат» ипподромында «Терра Башкирия» ат-спорт турнирының етенсе этабы уҙа. Сарала Дүртөйлө, Салауат, Хәйбулла, Шишмә, Иглин районы командалары ҡатнаша.

Автор:Тимур Рахматуллин
Читайте нас: