Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Август 2021, 14:50

Башҡорттар – Ырымбур өлкәһенең ерле халҡы

Ырымбурҙың бәрәкәтле ере милләтебеҙҙе данлаған бихисап арҙаҡлы шәхестәрҙе биргән, уларҙың исеме башҡорт халҡы тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған.

Башҡорттар – Ырымбур өлкәһенең ерле халҡы
Башҡорттар – Ырымбур өлкәһенең ерле халҡы

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, был төбәктә, аҫаба ерендә, 46 меңдән ашыу милләттәшебеҙ йәшәй. Новосергеевка, Красногвардейск, Гай, Переволоцк, Төйләгән, Ҡыуандыҡ, Һарыҡташ, Александровка райондарында, Ырымбур, Орск, Новотроицк, Медногорск ҡалаларында башҡорттар күпләп төпләнгән.

Ырымбурҙың бәрәкәтле ере милләтебеҙҙе данлаған бихисап арҙаҡлы шәхестәрҙе биргән, уларҙың исеме башҡорт халҡы тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған.

Асыҡ сығанаҡтарҙан мәғлүм булыуынса, йәшәү урыны буйынса Ырымбур башҡорттарын шартлы рәүештә Көнбайыш Ырымбур һәм Көнсығыш Ырымбур башҡорттарына бүлеп йөрөтәләр. Көнсығыш Ырымбур башҡорттары нигеҙҙә үҫәргән һәм ҡыпсаҡ, ә Көнбайыш Ырымбур башҡорттары бөрйән, йылан, ҡыпсаҡ, мең, һеңрән, табын, тамъян, үҫәргән, юрматы һәм башҡа көньяҡ-көнсығыш башҡорт ҡәбиләләренән формалашҡан.

Илшат Ишбирҙе улы Кинйәбаев та – ошо бәрәкәтле төбәктән, Ырымбур районының Ҡыуандыҡ районынан. Милләтәшебеҙ юридик хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһендә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, шул уҡ ваҡытта ул, булмышы менән рухлы башҡорт булараҡ, яҡташтары араһында телде һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән эштәр алып бара. Әйтеүенсә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул башҡорт телендә һөйләшмәй: был проблема сит төбөктә йәшәгән күп миллтәтәштәребеҙгә хас, әммә өйрәнергә һәм башҡаларға ла өйрәтергә теләге ҙур.

– Һүҙемде шунан башлайым: мин рус мөхитендә үҫкән һәм йәшәгән икенсе быуын вәкиле, үкенескә ҡаршы, башҡорт телен бәләкәстән өйрәнмәгәс, һөйләшә белмәйем, әммә яҡшы аңлайым. Әммә был да ярты бәлә, сөнки бихисап ата-әсәләр менән аралашам һәм уларҙың балалары, үҫеп килгән быуын башҡортса һөйләшеү түгел, хатта аңламай ҙа.

Бынан ике йыл элек төбәктә башҡорт телен уҡытыу тураһында һүҙ ҙә юҡ ине, биш йыл элек һуңғы башҡорт мәктәбе ябылды. Был проблеманы күтәреп сыҡҡас, ба йтаҡ ҡаршылыҡтар менән осраштыҡ. Беренсенән, тәүҙә власть вәкилдәре башҡорт телен уҡыта башлауға ҡырҡа ҡаршы сыҡты, икенсенән, ата-әсәләр араһында туған телде балаларына өйрәтергә теләүселәр аҙ булып сыҡты. Күңел төшкән мәлдәр ҙә була, әммә Башҡортостанға, ошо “түңәрәк өҫтәл” кеүек сараларға килеп ҡайтһам, дәрт-дарман уяна, башлаған эштәрҙе дауам итергә көс барлыҡҡа килә. Унан тыш, башҡа төбәктәрҙә лә милләттәштәр телде һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән нисек әүҙем эшләгәнен күрәбеҙ, был да беҙгә яҡшы өлгө.

Әлеге ваҡытта Ҡыуандыҡ районында башҡорт телен өйрәнеү буйынса түңәрәк эшләп килә, властар тарафынан да аңлау һәм яҡлау таптыҡ. Башҡорт теле дәрестәре бар, уҡытыусыларыбыҙ тәжрибәле, элекке ваҡыттарҙан ҡалған белгестәр. Әммә методик йәһәттән ҡыйынлыҡтар бар, сөнки әсбаптар заман талаптарына, бөгөнгө быуын уҡыусыларына ярашлы түгел. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙәге балалар бәғзе өсөн – туған башҡорт теле сит ил теле кеүек, уны яңынан, төптән өйрәнә башлау зарур, – ти Илшат Ишбирҙе улы.

Мәғлүмәт Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтынан алынды.

Автор:Тимур Рахматуллин
Читайте нас в