Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Август 2021, 12:48

Баҫмабыҙ еңеүсеһе

Даланлы булыуға ни етә!

Баҫмабыҙ еңеүсеһе
Баҫмабыҙ еңеүсеһе

Бәхет-ырыҫ тигән төшөнсәнең ҡалыбы юҡ. Бәхетте кеше үҙе ҡоя, ә даланлы булып тыуа. "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналына яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәреүселәр араһында бүләктәр уйнатылды һәм... бына мин дә бүләк отоусылар араһында! Шәхсән һөнәри журналыбыҙға яҙылмай ҡалғаным юҡ, гимназиябыҙҙа ла быйыл журналға яҙылыу бик дәррәү барҙы. Июль-август айында гимназия уҡытыусыларының мәҡәләләр йыйынтығы, фотолар шәлкеме баҫылып сығыуы - үҙе үк әүҙем хеҙмәттәшлек күрһәткесе. Әйткәндәй, журналда йыл да мәҡәләләрем баҫылып тора - Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына бағышлап журнал үткәргән “Мостай Кәрим – изгелек һәм тыныслыҡ йырсыһы” тип аталған әҙәби-педагогик бәйгелә призлы урын алып тәүге тапҡыр интеллектуаль хеҙмәтем өсөн "Хазина-тур" тур-агентствоһының етәксеһе Комил Сиражетдиновтан Ҡазан ҡалаһына тур менән дә бүләкләнгәйнем.

Дәрт-дарман өләшкән, һөнәр серҙәрен, коллегаларым тәжрибәһен, ғалимдар аҡылын асҡан журналыма ҙур рәхмәт! «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналын ҡулына алған һәр кемгә далан, бәхет-ырыҫ йоҡһон тип теләйем!

Г.М.Монасипова,
Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры

Автор:Тимур Рахматуллин
Читайте нас: