Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Август 2021, 19:51

"Каруанһарай" тарихи-мемориаль комплексына – 175 йыл

Ағымдағы йылдың 30 авгусында Ырымбур ҡалаһындағы "Каруанһарай" тарихи-мемориаль комплексы асылыуға 175 йыл тула. Ул күптән инде башҡорт халҡының тарихи-мәҙәни тормошондағы айырылғыһыҙ өлөшкә, тарихи Башҡортостандың, уның күп милләтле халҡының үҙенсәлекле рухи мәркәзенә әүерелгән.

"Каруанһарай" тарихи-мемориаль комплексына – 175 йыл
"Каруанһарай" тарихи-мемориаль комплексына – 175 йыл
Архитектура һәйкәле 1837 – 1846 йылдарҙа Ырымбурҙың хәрби губернаторы В. Перовскийҙың ҡарары менән башҡорттар һәм мишәрҙәр өсөн белем алыу, туҡталыу урыны булараҡ төҙөлә. Был төбәктә йәшәгән башҡорттар Каруанһарайҙы төҙөү эшендә ихлас ҡатнаша. Арҙаҡы рус архитекторы А. Брюлловтың үҙенсәлекле проекты буйынса һалынған бина тарихи Башҡортостандың, халҡыбыҙҙың изге ҡомартҡыһына әйләнгән. Ул бөгөн дә – тарих, сәнғәт, архитектура белгестәренең, яҙыуыларҙың, сәйәсмәндәрҙең иғтибар үҙәгендә. Ырымбур ҡалаһының иң билдәле урындарының береһе лә.
Тантаналы көн алдынан Башҡортостандың Милли музейында Башҡортостандың һәм Ырымбур өлкәһенең власть органдары вәкилдәре, тарихсылары, архив хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашлығында “түңәрәк өҫтәл” үтте. Унда Каруанһарайға бәйле бик күп мәсьәләләр күтәрелде: төҙөлөш тарихы һәм унда ҡабул ителгән архитектура ҡарарҙары; тарихи-архитектура комплексының заманына ярашлы эшмәкәрлек йылдары үҙенсәлектәре; башҡорт халҡы өсөн әһәмиәте, уға бәйле көнүҙәк мәсьәләләр һәм башҡалар.
“Түңәрәк өҫтәл” эшендә республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов та ҡатнашты.
– Бындай сара ике төбәк өсөн дә бик мөһим. Ул беҙҙең ут күрше булараҡ мөнәсәбәттәребеҙҙе сағылдыра, уртаҡ тарихыбыҙҙы тергеҙә. Башҡорт халҡы өсөн Каруанһарай сәйәси-ижтимағи, тарихи-мәҙәни йәһәттән ҙур әһәмиәткә эйә. Шул уҡ ваҡытта был архитектура ҡомартҡыһы тағы ла бер бөйөк кешенең – Василий Перовскийҙың – шәхесен иҫкә төшөрә. Ул – башҡорт мәҙәниәтендә сағылыш тапҡан берҙән-бер губернатор. Перовскийҙың ҡаҙанышы Каруанһарайҙы төҙөү генә түгел. Бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда, ул бик алдынғы ҡарашлы кеше булған һәм Рәсәйҙә дөйөм гражданлыҡ принциптарын тормошҡа ашырыу буйынса баһалап бөткөһөҙ ҙур эштәр башҡарған. Башҡорт балаларын Рәсәй Империяһының иң яҡшы уҡыу йорттарына ебәреүе лә – ошо исемлектә. Бөгөнгө сара беҙҙе тарихи ваҡиғаларға ҡайтара һәм тарихи ҡомартҡыны һаҡлау мәсьәләләрен күтәрә, – тип һөйләне Азат Шамил улы.
Сара сиктәрендә шулай уҡ Ырымбур өлкәһенең һәм Башҡортостандың дәүләт архивтарында һаҡланған уникаль документарҙың презентацияһы үтте, уларҙан махсус күргәҙмә ойошторолғайны. Мәҫәлән, Ырымбур хәрби губернаторы, генерал-адьютант В.А. Перовскийҙың башҡорт кантондары башлыҡтарына яҙған хатын; 1898 йылда Каруанһарай бинаһын электр менән яҡтыртыу өсөн ҡала идараһы төҙөгән сметаны, таш мәсет һалыуға бирелгән ирекле иғәнәләрҙе теркәү кенәгәһен һәм башҡа уникаль документтарҙы күрергә була ине.
Танылған журналист, Башҡортостан Милли архивының директор урынбаҫары Нияз Сәлимов 1993 йылда сыҡҡан “Каруанһарай” гәзите тарихына туҡталып үтте. Ул – “Табын” гәзите нигеҙендә Ырымбур өлкәһенең баҫмаһын сығарыуға ярҙам ҡулы һуҙған кеше. Баҫманың дүрт һаны донъя күргән, тәүге һаны ошо төбәктән сыҡҡан арҙаҡлы милләтәшебеҙ, яҙыусы Дауыт Юлтыйҙың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған. Милләт киләсәге өсөн борсолған әүҙемселәр ошо баҫманы тергеҙеү ниәте менән яна.
Архитектура комплексын төҙөүҙә башҡорт халҡының төрлө кантондарынан күп халыҡ ҡатнашҡан. Егерменсе быуат башында тап Каруанһарайҙа Башҡортосан дәүләтселеге тыуа, ул Башҡортостан Хөкүмәтенең резиденцияһына әүерелә. Әммә был осор бик ҡыҫҡа була, 1918 йылдың ғинуарында Ырымбур ҡалаһы большевиктар ҡулына күсә.
Сарала ҡатнашыусылар Каруанһарайға ҡағылышлы төрлө темаға сығыш яһаны, ҡыҙыҡлы тарихи факттар менән таныштырҙы. Башҡорттар – Ырымбур өлкәһенең ерле халҡы. 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, был төбәктә, аҫаба ерендә, 46 меңдән ашыу милләттәшебеҙ йәшәй. Ырымбурҙың бәрәкәтле ере милләтебеҙгә бихисап арҙаҡлы шәхесте биргән, уларҙың исеме башҡорт халҡы тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған.
“Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар артабан да Каруанһарайҙы тарихи-мәҙәни йәһәттән өйрәнеүҙе дауам итергә, уның тарихи иҫтәлеген милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыу өсөн файҙаланырға, бинаһында реставрация үткәреүгә булышлыҡ итергә, унда “Ырымбурҙа – Каруанһарай” тарихи-мәҙәни үҙәге булдырыуҙың юл картаһын төҙөргә, архитектура ҡомартҡыһын ЮНЕСКО-ның Бөтө донъя мираҫы исемлегенә индереүҙе юлларға килеште.
 
Автор:Гульшат Байназарова
Читайте нас: