Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Август 2021, 12:04

Изге исеме йылдар аша ҡайтты

Благовар районында мөһим һәм иҫтәлекле ваҡиға булды: унда данлыҡлы яҡташыбыҙ, күренекле дәүләт эшмәкәре, Башҡорт автономияһын төҙөүгә тос өлөш индергән башҡорт генералы Хажиәхмәт Исхаҡ улы Ишбулатовтың тыуыуына 170 йыл тулыуға арналған шәжәрә байрамы, фәнни-ғәмәли конференция үтте.

Изге исеме йылдар аша ҡайтты
Изге исеме йылдар аша ҡайтты

Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре, ғалимдар, Благовар районынынан сыҡҡан  билдәле шәхестәр, төбәк  халҡы ҡатнашты. 

Мәғлүм булыуынса, генерал Хажиәхмәт Ишбулатов Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан. Ул 1915 йылда 146-сы хәрби батальондың, 1916 йылда 152-се запастағы полктың командиры булып хеҙмәт иткән. 1917 йыл¬ғы Октябрь революцияһы менән бергә Башҡорт автономиялы республикаһы төҙөлгәс, 1918 йыл¬да Башҡорт корпусының командиры булып торған.

Сара батырҙың тыуған еренән –  Өйҙөрәкбаш ауылынан башланды. Унда генерал-лейтенант  Хажиәхмәт Ишбулатовтың  бюсына  сәскәләр  һалынды.

Бюст  2018 йылда асылған. Бығаса Благовар районы башҡорттары урындағы Ҡәнзәфәр бей исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге менән берлектә генерал Хажиәхмәт Ишбулатовҡа һәйкәл асырға тип төрлө даирәләргә мөрәжәғәт иткән.  Ниһайәт, Башҡортостандың 100 йыллығын билдәләгән  осорҙа был бәрәкәтле ерҙә күренекле дәүләт һәм хәрби эшмәкәре Хажиәхмәт Ишбулатовҡа һәйкәл барлыҡҡа килгән.  Билдәле булыуынса,  бюст халыҡ йыйған аҡсаға эшләнгән. Авторы – ошо ауылда тыуып үҫкән скульптор Рәфис Зәйнетдинов. Һәйкәл генералдың һаҡланып ҡалған берҙән-бер фотоһы буйынса ҡойолған.

Артабан  сара Языково ауылында, район мәҙәниәт йортонда дауам итте. Фойела урындағы әүҙемселәр, тамырҙары менән төптән ҡыҙыҡһыныусылар шәжәрәләр күргәҙмәһе ойошторғайны. Кешеләрҙең быуындары тарихы, тамырҙары менән төплө ҡыҙыҡһынғаны күренеп тора: шәжәрәләр  бай, күп яҡлы һәм ихлас эшләнгән. Һис шикһеҙ, барыһында ла  данлыҡлы генералдың шәжәрәһе ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы –  ул киң һәм мәғлүмәтле нәҫел документы булып тора. 

"Генерал-лейтенант Х.И.Ишбулатов   –  танылған башҡорт хәрби эшмәкәре һәм Башҡорт автономияһын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашыусы" темаһына үткәрелгән фәнни-ғәмәли конференцияла Хажиәхмәт Ишбулатов тураһында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр яңғыраны.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов генералдың биографияһында туҡтап үтте.

Мәғлүм булыуынса, Хажиәхмәт Ишбулатов Өфө гу¬бер¬на¬һының Өфө өйәҙе (хәҙер – Благовар районы) Өйҙөрәкбаш ауылында 1851 йылдың 16 мартында тыуған. 1866 йылда Ырымбур кадет корпусын тамамлаған, 1900 – 1904 йылдарҙа Орск пехота полкында хеҙмәт иткән. 1908 йылда генерал-майор чинында отставкаға сыҡҡан. Беренсе донъя һуғышы башланғас, 1915 йылда яңынан хәрби хеҙмәткә саҡырылған. 1916 йылдан пехота полкы командиры, йәнә ике йылдан 1-се Мосолман уҡсылар бригадаһы командиры, 1917 йылда — Бәләбәй гарнизоны башлығы булған. Һуңынан баш¬ҡорт милли хәрәкәтенә ҡушы¬лып, 1-се Башҡорт пехота дивизияһы баш¬лығы, Башҡорт айырым корпусы командиры итеп тәғәйенләнгән. Башҡорт милли ғәскәре башлығына генерал-лейтенант хәрби исеме бирелгән.

Ғәлим Яҡупов глобализация шарттарында нәҫел-нәсебеңде, тамырҙарыңды белеү мәсьәләһе айырыуса көнүҙәк тип билдәләне һәм Благовар ерендә йәшәгән кешеләрҙе был мәсьәләгә етди ҡарарға саҡырҙы.

БР Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Граждандар  башланғыстарын өйрәнеү үҙәгенең баш ғилми хеҙмәткәре  Рәфил Аҫылғужин Һарайлы-мең ырыуы башҡорттары хаҡында мәғлүмәттәр менән таныштырҙы, уларҙың тарихи Башҡортостан биләмәһендә таралған урындарын әйтеп үтте.

Башҡорт дәүләт университеты доценты, филология фәндәре кандидаты  Искәндәр Сәйетбатталов сығышында милли үҙбилдәләнеш проблемаһына туҡталды, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары һөйләшенең үҙенсәлектәрен билдәләне.

Сарала данлыҡлы генералдың тоҡомдары –  Өйҙөрәкбаш ауылында йәшәүсе Зәйнәб Ишбулатова һәм "Ағиҙел-Инвест" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең  генераль директоры  Филүс Ишбулатов та ҡатнашты.  Филүс Хәмит улы –  Өфө ҡала советы депутаты, ул баш ҡала урамдарының береһенә арҙаҡлы милләттәшебеҙ Хажиәхмәт Ишбулатовтың исемен биреү башланғысын тәҡдим итеүсе лә.

Зәйнәб Ишбулатова генералдың данлыҡлы исеме тыуған яғына оҙон йылдар аша әйләнеп ҡайтыуы хаҡында һөйләне.

"Уҙған быуаттың  30-сы йылдарында  Ишбулатовтарҙың күбеһе репрессияларға эләккән. Шуға ла уның менән туғанлыҡ ептәре бәйләүе тураһында, бәлки, күптәр өндәшмәүҙе хуп күргәндер.

Йылдар үтте һәм, ниһайәт, тарихи ғәҙеллек тантана итте: Өйҙөрәкбаш мәктәбендә музей асылды, энтузиаст-педагогтар данлыҡлы яҡташтары тураһында бөртөкләп мәғлүмәт йыйҙы. Улар рәтендә минең атайым, 37 йыл ошо мәкәптә уҡытыусы булып эшләгән Хәтмулла Ишбулатов та бар ине. Ул данлыҡлы генерал хаҡында мәғлүмәттәрҙе үткән быуаттың 80-се йылдарында уҡ йыя башлағайны.  Ҡазан, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы музейҙарға ла барып ҡайтты, әммә ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер ниндәй яңылыҡ белә алманы. Осраҡлы ғына яҙмыш уны Хажиәхмәт Ишбулатовтың өлкән улы Сәйетгәрәйҙең ҡатыны Татьяна Никитична менән осраштырған. Ҡатын ғаилә тарихы, генералдың балалары хаҡына һөйләгән. Бына шулай генерал хаҡында тәүге мәғлүмәттәр барлыҡҡа килгән, әйткәндәй, ошо сәйәхәттән атайым уның берҙән-бер фотоһын да алып ҡайтҡан.

Быйыл беҙ Хажиәхмәт Ишбулатовтың  тыуыуына 170 йыл тулыуҙы билдәләнек. Бик күп кешеләрҙең тырышлығы арҡаһында легендар ғәскәр башлығының изге исеме халыҡҡа ҡайтарылды, республика тарихында мәңгелләштерелде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары, тарихсы Азат Ярмуллин һәм Мең ырыуы советы рәйесе  Әхнәф Тимербулатов  нәшер иткән китап та – ошоға аныҡ иҫбатлау",  –  тине Зәйнәб Хәтмулла ҡыҙы.

Фәнни-ғәмәли конференция һөҙөмтәләре буйынса Языково ауылына ингән урында Х. Ишбулатовҡа бағышланған мәғлүмәти стенд (баннер) ҡуйырға, был ауылда бер урамға генералдың исемен бирергә, мәктәп уҡыусылары араһында "Ишбулатов уҡыуҙары" үткәрергә ҡарар ителде.

Благовар районының тарихи-этнографик музейын иһә легендар генерал Хажиәхмәт Ишбулатов тураһындағы материалдар, мәғлүмәттәр менән тулыландырып, махсус саралар, презентациялар үткәреү мәсьәләһе лә телгә алынды.

Г. Балтабаева.

 

 

Автор:Гульшат Байназарова
Читайте нас: