Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Сентябрь 2021, 16:09

Иң көслөһө — башҡорт егете!

Кисә Өфөлә Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто кубогына үткәрелгән «Батырфест» фестиваленең сираттағы ярышы үтте.

Иң көслөһө — башҡорт егете!
Иң көслөһө — башҡорт егете!

Салауат Юлаев һәйкәле янындағы амфитеатрҙа ойошторолған «Батыр START» турнирында 25 баһадир биш спорт ярышында көс һынашты.

Спортсылар Конго, Камерун, Чад, Һиндостан, Мысыр, Иран, Ираҡ, Төркмәнстан, Тажиҡстан, Үзбәкстандан килгән, Рәсәй исеменән иһә Башҡортостан һәм Удмурт Республикалары спортсылары сығыш яһаны. Ярыштар ир-аттарҙың мәргәнлеген, таһыллығын, көсөн, йылдамлығын һәм сослоғон билдәләне.

Ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто директор вазифаһын башҡарыусы Гөлназ Мирхәйҙәрова, Өфө ҡалаһының Киров районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәфҡәт Үмәрғәлин сәләмләне, турнирҙың төп судьяһы—Башҡортостандың мас-реслинг федерацияһы рәйесе Рәил Бикмаев, секретаре — Башҡорт дәүләт аграр университетының физик культура һәм спорт кафедраһы мөдире Руслан Бикембәтов булды.

Турнир программаһына суҡмар ташлау, уҡ атыу, таяҡ тартыу, ҡымыҙ эсеп йүгереү кеүек башҡорт милли үҙенсәлектәре менән һуғарылған ярыштар ҙа инде.

Бәйге һөҙөмтәләренә ярашлы, алтынсы урынды Төркмәнстан атлеты Бабагилде Якубов яуланы, бишенсе баҫҡыста—Тажиҡстандан килгән Тохир Рузекулов, дүртенселә—Удмурт Республикаһынан Иҙел Шәкиров, өсөнсө урында—Конго ҡунағы Миателана Геш Тефред, икенсе урында—Ирандан Пурхейдара Навида. Турнир еңеүсеһе исемен Башҡортостандан Илнур Мифтахов яуланы. Бөтә ҡатнашыусыларға ла маҡтау грамоталары менән һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.

Мәғлүмәт Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтынан алынды.

Автор:Тимур Рахматуллин
Читайте нас: