Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Сентябрь 2021, 19:03

Инвестһабантуй сиктәрендә — милли кейем парады

10 — 11 сентябрҙә Сибай ҡалаһында «Урал аръяғы — 2021» III Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үтә.

Инвестһабантуй сиктәрендә — милли кейем парады
Инвестһабантуй сиктәрендә — милли кейем парады

Сара Башҡортостан Хөкүмәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығы ҡатнашлығында ойошторола. Ҡатнашыусыларҙы, спикерҙарҙы, форум ҡунаҡтарын бай һәм эшлекле программа — сәнәғәт, эске туризм үҫеше, ауыл хужалығы, шулай уҡ башҡа йүнәлештәргә арналған стратегик сессиялар көтә. Сәйәсмәндәр, инвесторҙар, төбәк һәм федераль учреждениелар, Рәсәйҙең бизнес-структуралары вәкилдәре, эксперттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәренән тыш, инвестһабантуйҙа сит ил ҡунаҡтары ла ҡатнашасаҡ.

Программаны ике аҙыҡ-түлек фестивале — Республика милли аш-һыу конкурс-фестивале һәм «ҠымыҙFEST» тулыландырасаҡ. Билдәле булыуынса, республика Башлығы Радий Хәбиров йыл һайын апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында Башҡортостанда Милли кейем көнө уҙғарыу тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйғайны. Республикабыҙҙа 160 милләт һәм 13 этник төркөм йәшәй. Сибай ҡалаһындағы инвестһабантуйҙа үтәсәк Милли кейем байрамында башҡорт, рус, татар, чечен, болгар, украин, тажик һәм башҡа милләттәрҙең милли кейемдәрен күрергә мөмкин буласаҡ. Яҡынса 200-гә яҡын ҡатнашыусы төрлө сағыу кейемдәрҙә Үҙәк майҙандан Зәки Вәлиди урамына ҡарай юл алып, Таусылар проспекты тыҡрығынан «Бикбау» сауҙа үҙәгенә ҡарай юлланасаҡ. Артабан Үҙәк майҙанға туҡталып, фольклор, бейеү һәм йыр коллективтарының сағыу концертында ҡатнашасаҡ. Ғөмүмән, милли кейем байрамында теләгән һәр кем ҡатнаша ала, тик уларҙың коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһатҡан сертификаты йә иһә ПЦР-белешмәһе булыуы мотлаҡ. «Урал аръяғы — 2021» III Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында барлыҡ саралар "Роспотребнадзор«ҙың талаптарына ярашлы ойоштороласаҡ.

Мәғлүмәт Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының официаль сайтынан алынды.

Автор:Гульшат Байназарова
Читайте нас: