Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Сентябрь 2021, 20:32

Нәҫел тамырҙарын барлай

Бөгөн күптәр тарихты өйрәнеп, үҙенең ниндәй ырыуға ҡарауын белергә ынтыла. Ҡариҙел районы Иҫке Бағаҙы ауылында йәшәүсе Рәмзилә Йыһаншина ла нәҡ шундай илһөйәрҙәр иҫәбендә.

Нәҫел тамырҙарын барлай
Нәҫел тамырҙарын барлай

Рәмзилә Мәғрүф ҡыҙы  Иҫке Бағаҙы ауылы ҡыҙы. Һөнәре буйынса һатыусы, 2018 йылдан ауыл клубында методист булып эшләй. Ул башҡорт ырыу-ҡәбиләләре тарихын өйрәнгән, тарихи шәхестәр тураһында альбомдар төҙөгән, бай мәғлүмәт йыйған. Ошо рәүешле үҙенең нәҫел тамырҙарына ҡарата, уларҙы ентекләберәк өйрәнергә лә ҡыҙыҡһыныу тыуған. Ауылдаштары ярҙамында мәҙәниәт усағында боронғо экспонаттар, милли кейемдәр, һауыт-һаба тупланған музей асыуға ла өлгәшкән. Күптән түгел үҙенә тағы бер һөнәр арттырған: Интернет аша оҫталыҡ дәрестәрен ҡарап, һаҡал (селтәр, күкрәксә) тегергә өйрәнгән. Уларҙың бер нисәүһе музейҙа ла һаҡлана.

«Мин өс йылдан артыҡ ырыуҙар тарихын өйрәнәм. Нәҫелебеҙҙең шәжәрә ағасын Йәштәр биҫтәһендә йәшәүсе ике туған ағайым, Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы, педагогия хеҙмәте ветераны Фәнил Сәләхетдин улы Йыһаншин төҙөй башлағайны. Ул, тарихи сығанаҡтарға таянып, туған-тыумасалар тураһында күп кенә мәғлүмәт туплаған. Сәлих быуынын артабан тулыландырыу өсөн шәжәрәне миңә тапшырҙы. Туғандар менән һөйләшеп, йәш быуын вәкилдәрен өҫтәнем. Беҙҙең туғандар араһында арҙаҡлы кешеләр байтаҡ. Мәҫәлән, Мөзәмил ағай Йыһаншин Красноярск крайында «зәңгәр яғыулыҡ» тәьмин итеү станцияһының баш инженеры булып эшләй. Уның улы Илдар — табип-терапевт, ә икенсе улы — инженер. Йыһаншиндар шәжәрәһен төҙөүгә бик күп көс һалған, туғандарҙы берләштергән Фәнил Сәләхетдин улына айырыуса рәхмәтлебеҙ. Фәнил ағай — халыҡ табибы ла. Уға республиканың төрлө райондарынан кешеләр дауаланырға килә. Улы Булат Йыһаншин Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһында теш табибы. Туғандары Әлфиә Лотфуллина, Фәрзәнә Йыһаншина, Руфина Ғәлиханова — үҙәк район дауаханаһында хөрмәт яулаған шәфҡәт туташтары. Шуныһы ҡыуаныслы, бик күп туғандар үҙ яғыбыҙҙа төпләнеп, яңы йорттар төҙөп сығып, балалар үҫтереп, үҙҙәре олатай-өләсәй булып, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөп донъя көтә. Шулай ете быуын бергә, бер-береһе менән татыу, туғанлыҡ ептәрен өҙмәйенсә ғүмер итә. Шулай уҡ ауылыбыҙҙың хөрмәтле ғаиләләре Ишмөхәмәтовтар менән Шәйҙуллиндар нәҫеленең тулыһынса ете быуынға тиклем шәжәрәһе бар. Киләсәктә ауылыбыҙҙа Шәжәрә байрамы үткәрергә уйлайбыҙ. Ауылыбыҙ тарихын яҙа башланыҡ. Был эштә миңә хөрмәтле аҡһаҡалыбыҙ Фәрит Хәбиров, ағинәйҙәр Әнисә Ишмөхәмәтова, Римма Ғиниәтуллина һәм тарихсы Фидаил Сафин ярҙам итә. Февраль айында районыбыҙҙа үткән Унлар ырыуы йыйыны ла халҡыбыҙҙы берләштергән, туғандарҙы осраштырған сара булып хәтерҙә ҡалды,»  — ти Рәмзилә Мәғрүф ҡыҙы.

Эйе, һәр дәүерҙең ҡабатланмаҫ шәхестәре, үткән менән бөгөнгө араһында бәйләнеше, үҙ осорондағы тормоштоң мәғәнәһе юғалмаҫ өсөн әһәмиәтле эш-ғәмәлдәре була. Рәмзилә Мәғрүф ҡыҙының шулай ауылдаштары ярҙамында тарихты өйрәнеп, Шәжәрә байрамын үткәреү теләге менән янып йөрөүе үҙе ҡыуаныс, сөнки Шәжәрә байрамы туғанлыҡ ептәрен нығытырға, халҡыңдың, ырыуыңдың тарихын белергә, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙергә, халыҡ ижадын таратырға ярҙам итә. Милләттәштәребеҙҙе берләштергән бындай саралар йәш быуынды ырыу-затын белергә, тыуған ерҙе һаҡларға һәм данларға, тормош асылына төшөнөргә өйрәтә. 

Мәғлүмәт Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтынан алынды.

Автор:Гульшат Байназарова
Читайте нас: