Уҡытыусыларҙың беренсе ярҙамсыһы булып торған, алдынғы, бай йөкмәткеле «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналына оло рәхмәтлемен.
«Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы менән мин иҫ белгәндән алып танышмын. Журналға беҙҙең әсәйебеҙ, Шәрипова Флүрә Ғәйзулла ҡыҙы яҙыла торғайны. Ул 37 йыл Хәйбулла районы Һаҡмар - Наҙарғол ауылы мәктәбендә балалар уҡытты.
Мин журналдың һәр бер һанына күҙ һалып сыға торғайным. Шуға күрә уҡытыусы һөнәрен һайлауымда журналдың да роле барҙыр тип уйлайым.
Хәҙер бәләкәй саҡтан яратып уҡыған журналыбыҙҙы әсәйебеҙҙең юлын дауам итеүсе апайым, һылыуым менән үҙебеҙ алдырабыҙ. Апайым, Йәмилева Әнүзә Салауат ҡыҙы 29 йыл башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Ул быйыл Күмертау ҡалаһынан күсеп килеп, Өфө ҡалаһының 147-се мәктәбендә эшен дауам итәсәк. Һылыуым, Лоғманова Көнһылыу Салауат ҡыҙы ла Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында башланғыс кластар уҡытыусыһы. Уның эш стажы 21 йыл. Минең эш стажым 18 йыл. Мин Өфө ҡалаһының 127-се мәктәбенә эшләйем.
Шулай итеп, беҙҙең ғаиләнең «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы менән дуҫлығына 105 йыл.
Беҙҙең эш стажыбыҙға әсәйемдең ҡустыһының, Акбалин Фазулла Ғайзулла улының 29 йыллыҡ эш стажын ҡушырға була. Ул Үрнәк, Таштуғай ауылдарында башланғыс кластар, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, булып эшләне. Әсәйемдең һылыуы, Зәбирова Рәғиҙә Ғайзулла ҡыҙы ла ғүмеренең 10 йылын башланғыс кластар уҡытыуға бағышланы.
Бына шулай 144 йыл беҙ, әсәйемдең ҡыҙҙары һәм бер туғандары киләсәк быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләү эшенә тоғро хеҙмәт итәбеҙ.
Киләсәктә беҙҙең юлыбыҙҙы балаларыбыҙ араһынан дауам итеүселәр булыр тип ышанам.
Рәмилә Рәхимова,
Өфө ҡалаһының 127-се мәктәбе директоры.