Милли кейем — милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, рухи ҡеүәһен күрһәткән дәлил дә. Халыҡтың йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән, уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған.
Милли кейем көнө айҡанлы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Эльвира Ишморатованың «Stikhia» ҡыҙҙар һәм ҡатындар өсөн халыҡ-ара проекты менән берлектә баш ҡаланың эре сауҙа-күңел асыу үҙәктәрендә сағыу һәм ҡыҙыҡлы саралар ойошторҙо.
Ойоштороусыларҙың береһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Ләйсән Мостафина әйтеүенсә, башҡорт йәштәре араһында һәләтле, булдыҡлы ижади шәхестәр бихисап.
— Милли кейем көнөндә беҙ уларҙы бер урында туплай алдыҡ. Бик йылы, эшлекле ижади мөхит хасил булды. Бер-береһе менән таныштылар, тәьҫораттары менән бүлештеләр. Был бик шәп һәм тағы ла ҙурыраҡ башланғыстарға нигеҙ һала, — ти Ләйсән Мостафина.
«ПЛАНЕТА» сауҙа-күңел асыу комплексында ойошторолған милли кейемдәр дефилеһы сағыу тамашаға әүерелде, сауҙа үҙәгенә килгән кешеләрҙе, ҡала ҡунаҡтарын, милли кейем һәм уның заманса сағылыштары менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы ылыҡтырҙы.
— Минең өсөн милли кейем — халҡымдың күңеле, уның мәҙәниәтенең, үҙенәлегенең сағылышы. Сара минең өсөн дә, башҡалар өсөн дә бик мөһим, сөнки беҙ милли мираҫыбыҙҙа сағылған рухи нигеҙебеҙҙе, сағылышбыҙҙы тойорға тейешбеҙ. Бөгөн йәш дизайнерҙарҙы сараға саҡырыуҙары айырыуса ҡыуаныслы, был ижажди ҡомар, илһам өҫтәй, -ти этник кейем һәм биҙәүестәр дизайнеры, төрлө кимәлдәге конкурстар еңеүсеһе Иҙел Хәкимов.
Сарала шулай уҡ, «Салауат», «Эксклюзив» ательелары, дизайнер-стилист Римма Байтимерова, талантлы рәссам Рушания Бәҙретдинова, күн әйберҙәр етештереүсе MOSAFER LEGEND компанияһы, модель Эльвира Ишморатова һәм башҡа милли йүнәлештә эшләүсе ижади шәхестәр ҡатнаша. Сара башҡорт йыр-моңдары менән үрелеп барҙы, билдәле радиожурналист, алып барыусы Ғәзиз Әбделмәнов ҡыҙыҡлы уйындар ойошторҙо, төрлө ҡыҙыҡлы мәғлүмәт менән танышыу, билдәле дизайнерҙарҙан иҫтәлекле бүләктәр отоу мөмкинлеге булды.
«Мега» сауҙа үҙәгендә иһә милли кейемгә бәйле күргәҙмә ойошторолдо. Ҡатнашыусылар араһында башҡорт милли биҙәүестәре эшләүсе Дилара Асаинова ла бар.
— Милләтебеҙҙең үткәне, хәҙергеһе һәм киләсәге беҙҙең ҡулда. Ошо изге уй менән беҙ башҡорт биҙәүестәрен эшләй башланыҡ. Боронғоса һаҡал һәм яғаларҙа бай тарихыбыҙҙы сағылдырабыҙ. Заманса стилләштерелгән селтәрҙәр үҙебеҙҙе һәм балалаларыбыҙҙы милли рухта тәрбиәләр, тип ышанаһы килә. Һөйөклө туған телебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлап ҡалыу, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереү өсөн Милли кейем байрамы — ҙур этәргес, — ти Дилара.
Г. Балтабаева.