Новости
16 Сентября 2021, 08:07

Баҫмабыҙ еңеүсеһе

Илһамланып яңы уҡыу йылына.

Баҫмабыҙ еңеүсеһеБаҫмабыҙ еңеүсеһе
Баҫмабыҙ еңеүсеһе

Яҡшыбаева Рәмзиә Һибәт ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, "Иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары" конкурсы еңеүсеһе, Өфө ҡалаһы 107-се лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:

"Йәй буйы Башҡортостаныбыҙҙы иңләп-буйлап сәйәхәт итеп, көс-дәрт туплап, илһамланып яңы уҡыу йылын башлап ебәргән көндәрҙең береһендә "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы редакцияһынан шылтыратып һөйөнөслө хәбәр әйттеләр. Икенсе ярты йыллыҡҡа журналға яҙылып, бүләк отҡанмын икән! Бүләктең дә ниндәйе бит әле! Сәйәхәт итергә яратҡанымды белгән кеүек - һыуытҡыс сумка! Мәғариф өлкәһендә 40 йылдан ашыу эшләү дәүерендә һөнәри журналыбыҙға яҙылмай ҡалғаным юҡ. Журналдың һәр номерен түҙемһеҙлек менән көтөп алам. "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте" бүлеге әлеге эшемдә ярҙам итһә, иң тәүге дипломым буйынса математика уҡытыусыһы булараҡ, журнал биттәрендә Республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә теүәл фәндәр уҡытҡан элекке курсташтарымдың уңыштарын күреп ҡыуанам.

Ҡәҙерле дуҫтарым, хөрмәтле уҡытыусылар! Киләһе йылға ла һөнәри журналыбыҙға яҙылып, бер-беребеҙҙең эш тәжрибәһе менән бүлешәйек, бүләктәрен дә отайыҡ! Ә мин үҙем яңы 2022 йылға бер журналды үҙем тамамлаған Ғафури районының Юлыҡ урта мәктәбенә, икенсеһен хеҙмәт юлымды математика фәнен уҡытыуҙан башлап ебәргән Имәндәш урта мәктәбенә бүләк итергә уйлап торам. Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!"

Автор:Тимур Рахматуллин
Читайте нас