Улар яҡташтарына түбәндәгесә мөрәжәғәт иткән:
“221 йыл элек, 1800 йылдың 26 сентябрендә, алыҫ Балтик диңгеҙе ярҙарында Урал бөркөтө - милли батырыбыҙ Салауаттың йөрәге тибеүҙән туҡтаған.
Ғүмеренең яртыһы тотҡонлоҡта үткән шағир - яугир өс йылда иҫ киткес эштәр атҡарып, исемен тарих биттәренә яҙған шәхес. Быуаттарҙан быуаттарға "Беренсе" башҡорттоң исеме беҙгә оран булып яңғырай. Беренсе башҡорт... Мостай Кәрим фекеренсә, халҡының иң юғары сифаттарын туплауы Юлай улы Салауатты ошо илаһи дәрәжәгә күтәргән. Милләттәштәр, уның рухына тап төшөрмәйек, сигенеү белмәҫ вариҫтар булып ҡалайыҡ.
Былтыр сентябрь айында Дыуан районы башҡорттары ҡоролтайы "Салауат рухы беҙҙең йөрәктәрҙә" ижади эштәр конкурсы ойошторҙо. Бәйге барышында төрлө райондарҙан алты тиҫтә ҡатнашыусы үҙ эштәрен тәҡдим итте.
Быйыл беҙ Салауаттың шиғри мираҫына баҫым яһарға хәл иттек. Киләһе акция яңы миҙгел, уҡыу йылы башында беҙҙе берләштереүсе, уятып ебәреүсе оло эштәрҙең инеше булһын.
Мәғлүмәт Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтынан алынды.